Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Өфөнән Сочи ҡалаһына – велосипедта

Ике Өфө егете юлдың яртыһын үткән дә.

Өфөнән Сочи ҡалаһына – велосипедта
Өфөнән Сочи ҡалаһына – велосипедта

Май башында Салауат Зәйнетдинов менән Динар Нәсибуллин велосипедта Ҡара диңгеҙ  ярына юл тотҡан.

 Динар алып барған видеояҙмаға ҡарағанда, өфөләр Дондағы Ростовҡа барып еткән, хәҙер Краснодарға юллана. Егеттәр ике көндә 280 км араны үтергә иҫәп тота. Динар Нәсибуллин үҙенең видеояҙмаларында мускулдарҙың көндәлек көсөргәнешкә яраҡлашыуы, хәҙер иһә күпкә еңелерәк булыуы тураһында әйтә. Әйтергә кәрәк, велосипедсылар дөйөм алғанда 2 мең саҡрымдан ашыу юлды 23 көндә үтергә  ниәтләгән.

Фото Динар Нәсибуллиндың сәхифәһенән.

Өфөнән Сочи ҡалаһына – велосипедта
Өфөнән Сочи ҡалаһына – велосипедта
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: