Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Шүлгәнгә барам әле...

Оҙон юл, әммә шундай матур урындар! Бөрйән районы урмандары ниндәйҙер серле һәм башҡаларҙа булмаған ниндәйҙер тылсымлы көс менән тулған шикелле. Ә Шүлгәнташ мәмерйәһе тураһында әйтеп торорға ла кәрәкмәй:  бәләкәй генә урында күп төрлө мөғжизә йыйылған.

Шүлгәнгә барам әле...
Шүлгәнгә барам әле...

Уйлап ҡына ҡарағыҙ, мәмерйә эсендәге яҙыуҙар ун дүрт-ун ете мең йыл элек төшөрөлгән. Боронғо һүрәттәр менән асыштар сикләнмәй. Уның залдарында һәм галереяларында ғалимдар палеолит осоро ҡоралдары, ике тиҫтә төрҙә хайуандар һөйәктәре, кешенең баш һөйәген һәм башҡа һөйәк ҡалдыҡтарын таба. Бында боронғо кешеләрҙең урыны булған, теүәл дәүер әлегә һаман билдәләнмәгән.

Һуңғы йылдарҙа даими рәүештә бында конференциялар һәм фәнни симпозиумдар үткәрелә, төрлө илдәрҙән эксперттар килә. Берәүҙәр мәмерйәләге һүрәттәр менән ҡыҙыҡһына, икенселәре археология табыштарын, ә өсөнсөләре солоҡсолоҡ серен өйрәнә.

Ҡурсаулыҡта бал ҡорттарының айырым популяцияһы ғына түгел, үҙенсәлекле йолаһы ла һаҡлана. Бында быуындан-быуында умартасалыҡ серҙәрен күсергән башҡорт умартасылары йәшәй һәм эшләй.

Башҡортостан – солоҡ умартасылығы кәсеп булараҡ һаҡланып ҡалған берҙән-бер урын. Бының тураһында республика Башлығы Радий Хәбиров үҙ сығыштарында һөйләгәне бар. Ул солоҡ умартасылығының уникаль продукцияһын Рәсәй баҙарына сығарыуҙы, экскурсия-туризм хеҙмәтләндереүҙәрен камиллаштырыуҙы, ҡышҡы ялды үҫтереүҙе күҙ уңында тота.

Республика Башлығы булып эшләй башлағас, Радий Хәбиров Башҡортостанда эске туризм үҫеше менән бәйле хәлде киҫкен тип атаны, был проблема тейешле инфраструктура булмауға бәйле икәнен аңлатты. Бөгөнгө көндә Радий Фәрит улы ҡушыуынса эске туризм менән шөғөлләнеүсе компанияларға гранттар һәм субсидиялар, һалым льготалары һәм административ ташламалар системаһы булдырыла.

Башҡортостан бөгөн, ысын мәғәнәһендә, туристар ағымы үҫешкән төбәк. Эште артабан да дауам итеү мөһим. Был йәһәттән республикала ҙур эш барыла. 2023 йылда был маҡсатта 1,5 миллиард һум федераль бюджеттан бүленде. Ғөмүмән, Башҡортостанда туризм өлкәһендә инвестицияларҙы бойомға ашырыу өсөн уңайлы шарттар булдырыла. Туризмды үҫтереү – ул ял һәм белем алыу ғына түгел, ә яңы эш урындары булдырыу йүнәлешендә лә ҙур әһәмиәткә эйә.

Тормош иптәшем менән 2015 йылда Шүлгән мәмерйәһенә тәүге тапҡыр килгәйнек, аҙаҡ йыл һайын барырға тырыштыҡ. 2022 йылдың 9 июлендә Шүлгәнташ музей-ҡурсаулығын асыу тантанаһы үтте. Былтыр ошо белем һәм фәндәр хазинаһына барыу бәхете тейҙе. Музей комплексы - заманса киңлеккә әйләнгән. Хәҙер инде был урынды танырлыҡ та түгел: ҙур бина яңы, таҙа, йәйәү йөрөү өсөн уңайлы һәм ҡыҙыҡлы, машиналарға парковка эшләнгән, компетентлы экскурсоводтар бар.

Экскурсия һоҡландырғыс булды. Ғәҙәттә бер сәғәт тирәһе ваҡыт үтә, әммә был осраҡта өс сәғәт тирәһе осоп тигәндәй үтте, тыңлау һәм аралашыу бик ҡыҙыҡлы. Балалар ғына түгел, хатта мин дә быға тиклем ҡыҙыҡһынмаған нәмәләр тураһында уйлана башланым. Серле көс урынына быйыл тағы ла килергә йыйынабыҙ.

Гөлназ САЛАУАТОВА.

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас: