Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Ҡан баҫымы түбән булғандарға дауаланыу ысулы

Дарыу эсеп бауырҙы ла бөтөрөргә кәрәкмәй хатта.

Ҡан баҫымы түбән булғандарға  дауаланыу ысулы
Ҡан баҫымы түбән булғандарға дауаланыу ысулы

Махсус хәрби операцияға ярҙам итергә көн дә йөрөгән волонтер Ольга Виктровна Харченко әйтеүенсә, уға был кәңәште врач-терапевт, хәҙер хаҡлы ялдағы пенсионер Зөләйхә Шәйхиевна  Мөхөтдинова  биргән. 

"Ҡан баҫымығыҙ түбән икән, артыҡ ҡыумай ғына велосипедта йөрөгөҙ. (60 йәштән уҙғас был техниканы эйәрләү йөрәккә көс төшөрөргә мөмкин.) Ҡаланың бер осонан икенсеһенә тиклем йөрөйөм, ҡышын йәйәү атларға яратам. Мин шула итеп ҡартлыҡтан ҡасам, яҡындарым был минең хоббины белеп бөткән", - ти хаҡлы ялдағы ханым. Ысынлап та велосипедта йөрөү тубыҡ ауыртыуҙары өсөн дә профилактика була.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: