Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

“Ауыл тренеры” – бик кәрәкле проект

Башҡортостанда бәләкәй ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа йәшәүсе балаларҙы чемпион итеп үҫтерерҙәй йәш тренерҙарға  бер миллион һум күләмендә  түләү ҡаралған. Был юҫыҡта  Башҡортостан Башлығы  инициативаһы менән “Ауыл тренеры” тигән программа эшләп килә. Беҙҙең республикабыҙҙа башланғыс алған проект Рәсәйҙә хуплау тапты, хәҙер ул 25 төбәктә эшләй.  Түләүҙәре алған белгес урында биш йыл эшләргә бурыслы. Мәләүез районы хакимиәтенең физик культура һәм спорт  секторы бүлеге мөдире Евгений Корнюшкин белдереүенсә, “Ауыл тренеры” төбәк программаһының һөҙөмтәләре ҡыуандыра. Йәш тренерҙар тәрбиәһенә эләккән уҡыусылар спортта уңыштар яулай.

“Ауыл тренеры” – бик кәрәкле проект
“Ауыл тренеры” – бик кәрәкле проект
  • Былтыр “Ауыл тренеры” программаһы буйынса ике тренер берәр миллион һум күләмендә аҡсалата  дәртләндереү алды. Яҡшы матди ярҙам алған йәш белгестәргә  бик ҡәнәғәт -, - ти Евгений Юрьевич. Был аҡсаны кемдер фатир, икенсеһе автомобиль алыуға тотонған.

Ҡаланың спорт мәктәбендә балалар футбол, волейбол, баскетбол,  гер, арм-рестлинг спорты, гимнастика, хоккей, бокс, йөҙөү, атта йөрөү кеүек спорт  төрө менән шөғөлләнә. Йыл һайын мәләүездәр “Спорт – йәшәү нормаһы” программаһы буйынса  аҡсалата дәртләндереү алып, уны инвентарҙар алыуға тотона. Был тренерҙар өсөн дә, балаларға ла мөһим. Әйткәндәй, бокс спорты буйынса Хәлил Әбдрахимов яҡшы уңыштарға өлгәшеп, республиканың йыйылма командаһы составына индерелгән. Рәсәй буйынса уҙғарылған ярышта яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән Мәләүез футбол клубы Анапа ҡалаһына юллама менән бүләкләнгән. Саңғы ярыштарында Ислам Күскилдиндың (ул республика йыйылма командаһына индерелде), Арина Журавлеваның, велоспорт буйынса Илья Шолоховтың  республика кимәлендә еңеүҙәре байтаҡ.

Республика кимәлендә балаларҙың һаулығын һаҡлауға ҙур иғтибар ителеүен “Батыр” спорт үҙәген ремонтлауға 4,5 миллион һум аҡса бүленеүҙә лә күрергә була.

Волейболға һөйөү уятҡан Елена Волкова менән эстетик гимнастика буйынса тренер Екатерина Гайнцева әйтеүенсә, тренерлыҡ эше – еңел булмаған йүнәлеш. Улар балаларҙы спортҡа ылыҡтырып ҡына ҡалмай. Йәш быуынды патриотик йәһәттән дә тәрбиәләй. Уларҙың уңыштары  тренерҙарҙы ла, балаларҙы ла ҡанатландыра һәм яңы еңеүҙәргә әйҙәй.

Радик БАЙГИЛДИН, тренер:

 - “Ауыл тренеры” программаһының әһәмиәте ҙур. Беренсенән, йәш белгестәр ауыл ерлегенә ҡайта, аҙ хәрәкәтләнгән, заман шауҡымына бирелгән йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырған спорт түңәрәктәре әүҙем эшләй. Шуға ла мин был программаны хуплайым. Ошондай проекттарҙы  ғәмәлгә ашырған республика башлығы эшен ыңғай баһаларға була.

“Ауыл тренеры” – бик кәрәкле проект
“Ауыл тренеры” – бик кәрәкле проект
“Ауыл тренеры” – бик кәрәкле проект
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: