Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Ислам Күскилдин - Рәсәй спорт мастерлығына кандидат!

Донъя рекордсылары менән ярышып еңеү яулаған Мәләүез егете!

Ислам Күскилдин - Рәсәй спорт мастерлығына кандидат!
Ислам Күскилдин - Рәсәй спорт мастерлығына кандидат!

16-19 июлдә Сыуашстан республикаһының баш ҡалаһы Чебоксарҙа терәк-хәрәкәт аппараты боҙолған спортсылар араһында еңел атлетика буйынса Рәсәй чемпионаты үтте. Чебоксар ҡалаһында үткән был сараға Рәсәй паралимпия хәрәкәтенең бөтә элитаһы йыйылды. Был ярыштар Францияла паралимпия уйындарына һайлап алыу һымаҡ ҡабул ителде.

Ярыштарҙа паралимпия уйындары чемпиондары һәм призерҙары, шулай уҡ бер нисә тапҡыр донъя һәм Европа чемпиондары менән бер рәттән Башҡортостан республикаһы йыйылма командаһы составында республиканан Мәләүез егете, 1-се гимназия уҡыусыһы, үҫмерҙәр араһында Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы, Рәсәй спорт мастерлығына кандидат Күскилдин Ислам ҡатнашты.

 Башҡортостан республикаһының Спорт министры Руслан Хәбибов  рәсми Рәсәй спорт мастерлығына кандидат исемен тапшырҙы.

Ислам өс дисциплина буйынса ярыштарҙа ҡатнашты. 1500 метрлыҡ дистанцияла  беренсе көндә спортсы иң яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшеп, бронза призер булды. ”Был ярышта ул донъя рекордсыһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, шулай уҡ халыҡ-ара класлы спорт мастеры менән йәнәшә старт алды,  донъя рекордсыһы еңеүсе булды, ә бына бронза өсөн көрәштә Ислам халыҡ-ара класлы спорт мастерын уҙҙы. Артабанғы ике көндә 800 һәм 5000 метрлыҡ дистанцияларҙа Ислам  дүртенсе урын менән ҡәнәғәт ҡалды” , -ти Исламдың тренеры Радик Байгилдин.

Рәсәй тренерҙар советы  фекеренсә, Исламдың ҙур спортта киләсәге өмөтлө һәм бөгөнгө еңеүе шуны дәлилләй. Мәләүез ҡалаһының япорт күгендә балҡыған йәш йондоҙон һәм уның тренеры Радик Байгилдинды яҡшы һөҙөмтәләре менән ҡотлайбыҙ һәм уларға ныҡлы һаулыҡ һәм спортта артабанғы уңыштар теләйбеҙ.

Ислам Күскилдин - Рәсәй спорт мастерлығына кандидат!
Ислам Күскилдин - Рәсәй спорт мастерлығына кандидат!
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: