ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
9 Август , 16:54

Тарих был урынды беҙгә үҙе күрһәтте

Үткән һәм киләсәк араһында Мәғлүм булыуынса, Шишмә  районындағы Евразия күсмә цивилизациялар музейы бөтә илдәрҙән туристар йәлеп итеү  нөктәһенә әүерелде. Объекттар төҙөлөп сафҡа тапшырылғас, комплекс Рәсәйҙә күсмә халыҡтар тарихын өйрәнеү буйынса иң ҙур тарихи-мәҙәни үҙәккә әйләнәсәге лә күҙаллана.

 Бында Алтын Урҙа осорондағы башҡорттарҙың тормошонан тыш, башҡа төрки һәм монгол халыҡтарының йәшәйеше  тураһында күп нәмә белергә мөмкин. «Торахан» визит-үҙәген асыу Башҡортостан өсөн генә мөһим ваҡиға булманы, уны асыу тантанаһында Үзбәкстан, Ҡазағстан, Монголия, Ҡалмыҡстандан, Әзербайжандан абруйлы ҡунаҡтар саҡырылды. Майҙаны 600 квадрат метрҙан ашыу тәшкил иткән бина Торахан менән Хөсәйенбәктең Алтын Урҙалағы таш кәшәнәһенең тарихи ҡомартҡылары эргәһендә булдырылған  туристик кластерҙың тәүге объекты. Кластерҙың төп объекты майҙаны яҡынса 20 мең квадрат метрлыҡ Евразия күсмә цивилизациялар музейы. Эксперттар әйтеүенсә, күсмә тормош халыҡтарҙың мәҙәниәтенә, донъяға ҡарашына, менталитетына билдәле бер эҙ ҡалдыра. Шуға күрә бындай комплекс булдырыу - Башҡортостандың ғына түгел, бөтә Евразия төбәгенең мәҙәниәте һәм тарихы өсөн айырым ваҡиға.

Торахан кәшәнәһе - тарих  һәм архитектура ҡомартҡыһы, XIV- XV быуаттарҙа төҙөлгән ҡоролма. Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы биләмәһендә урынлашҡан. Рәсәй күләмендәге әһәмиәткә эйә. Ҡоролма тураһында 1772 йылда П.И.Рычков  һүрәтләгән.

Мәғлүмәт өсөн: Торахан кәшәнәһе юнғыслап эшкәртелгән киҫәкле аҡ таштан һалынған. Таштар бер-береһенә юғары сифатлы эзбиз иретмәһе менән беркетелгән. Стеналарҙың ҡалынлығы  метрҙан ашыу. Көмбәҙенең осона тиклемге бейеклеге - 7 метрҙан ашыу. Эсе  тура дүртмөйөш рәүешендә (яҡтарының оҙонлоғо 6,6 х 6 м), стенаһы ер иҙәндән алып 1,8 метр бейеклектә - ярым түңәрәк, тыштан һигеҙ ҡырлы пирамидаға күсеп, көмбәҙ менән ослана. Тура дүртмөйөшлө төкәтмә рәүешендә ҡоролған ишек уйымы көнсығышҡа ҡарай. Көнбайыш һәм көньяҡ стеналарында өҫкө яғынан ярым түңәрәк итеп эшләнгән тәҙрә уйымы бар.

Был ҡоролма «хөкөм урыны» булған, тигән фараз осрай. Эргәһендә таш мәсет торған. Мәсет менән Торахан кәшәнәһе бер бөтөн йола башҡарыу ҡоролмаһын хасил иткәндер. 1988 йылда ҡаҙып эҙләнеүҙәр ваҡытында кәшәнә тирәләй XIV—XV быуаттарға ҡараған мосолман ҡәберҙәре табылған. Бинаның тышҡы яҡ стенаһы буйында ергә һеңеп бөтә яҙған яҫы таш һаҡланған. Унда боронғо  ғәрәп хәрефтәре менән уйып яҙылған һүҙҙәр бар. Яҙманан аңлашылыуынса, был ергә хандың ҡатыны Сәхибъямал ерләнгән.

Кем ул Торахан? Был тарихи шәхес хаҡында бер нисә төрлө фекер йәшәй. Береһе буйынса Торахан Сыңғыҙхан  тоҡомонан булған.

Икенсе фекергә ярашлы, ул үҙе кеүек көслө һәм ҡеүәтле Басман тигән нуғай ханының бер туғаны. Шулай уҡ  XVI быуатта Башҡорт иленә идара иткәнлеге тураһындағы мәғлүмәт тә осрай. 

ЦИТАТА

“Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәге - ҙур ғилми проекттың башы.  Боронғо заманда ата-бабаларыбыҙ күсмә тормош алып барған һәм Евразия биләмәһендә йәшәгән күсмә ҡәбиләләрҙе тулыландырған. Урта быуаттарҙағы Торахан, Хөсәйенбәк кәшәнәләре боронғо цивилизация үҙәктәренең береһе булған. Күсмә халыҡ, икһеҙ-сикһеҙ киңлектәр буйлап күсеп йөрөп, ҡәбиләләрҙе, ерҙәрҙе берләштереү һәм башҡорт этносын формалаштырыу буйынса махсус тарихи миссия башҡарған”, - ти Республика Башлығы Радий Хәбиров.

Яҡын киләсәктә Евразия күсмә цивилизациялар музейына яҡын урында  Башҡорт аты  һәм һунар ҡоштарын үрсетеү  үҙәге төҙөү күҙаллана.  Этноауылда башҡорт халҡының үткәне, тормош-көнкүреш әйберҙәре,  донъя көткәндә кәрәк эш ҡоралдары күрһәтелә. Турист һәм ҡунаҡтарға заманса ҡунаҡхана тәҡдим ителәсәк.

Тарихи мәғлүмәт туплау, өйрәнеү өсөн алты фәнни экспедиция Ҡытай Халыҡ Республикаһында, Монголияла, Ҡаҙағстанда, Үзбәкстанда булып, бөтәһен дә да ентекләп өйрәнде.Ҡунаҡтар мөһим сараға бүләкһеҙ килмәне.  Башҡортостандың Милли музейы директоры Рөстәм Исхаҡов һәм Евразия күсмә цивилизациялар музейы етәксеһе Николай Григорьев тәүге экспонаттарҙы – Ғосман Ҡөрьәне һәм Остромиров Еванглиеһы  күсермәләрен Евразия күсмә цивилизациялар музейына тапшырыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Бөгөн бында Башҡортостандың яңы, сағыу, фәнни, тарихи үҫеш нөктәһе формалаша.

Салауат КИНЙӘБУЛАТОВ, йәмәғәт фекере лидеры:

Бына  ошондай урында музей асыу бик мөһим ваҡиға. Тарихты  өйрәнеү буйынса республика етәкселеге тарафынан йүнәлешле эш алып барыла һәм дауам итә. Был милләт-ара татыулыҡты үҫтереү, нығытыу йәһәтенән дә мөһим. Киләсәк быуынға халҡыбыҙҙың үткәне тураһында бәйән иткән экспонаттар тағы ла артыр, тигән фекерҙәмен.

Фото:Интернеттан

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.

Тарих был урынды беҙгә үҙе күрһәтте
Тарих был урынды беҙгә үҙе күрһәтте
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: