Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Торлаҡ
20 Сентябрь 2023, 16:30

Өйҙәр ҡасан йылына?

Тулыраҡ:

Өйҙәр ҡасан йылына?
Өйҙәр ҡасан йылына?

Көҙҙөң тәүге айы тотороҡһоҙ һауа торошо менән килде. Көн дә яуған ямғыр, шуға бәйле дымдың күп булыуы, үҙәккә үтеп иҫкән әсе ел яйлап ҡына ҡышҡа инеп барыуыбыҙға ишара булһа ла, көндәрҙең ҡапыл һыуытып ебәреүенә күптәр һаман өйрәнә алмай әле. Шәхси йортта йәшәгәндәрҙең өйөн зәңгәр яғыулыҡ менән йылытыу мөмкинлеге бар, шуға ла улар һауа торошондағы үҙгәрештәргә артыҡ иҫе китмәйҙер, ә бына күп ҡатлы йорттарҙа йәшәгәндәр йылыны сентябрҙең тәүге көндәренән үк көтә башлағайны. «Ҡасан йылынабыҙ икән?» тигән һорау бөгөнгәсә көн үҙәгендә булды.

Һалҡындан арып киткәндәрҙең күбеһе, моғайын, кисә үк йылына башлағандыр, сөнки район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдиновтың 15 сентябрҙә ҡул ҡуйған «2023-2024 йылғы йылытыу миҙгелен башлау» тураһындағы 1180-се ҡарарына ярашлы ул 20 сентябрҙә башланды. Документҡа ярашлы, тәү сиратта дауахана, мәктәп һәм балалар баҡсаларына йылы ебәрергә рөхсәт бирелә. Һауа температураһы һигеҙ градус һәм унан түбәнерәк төшһә, кешеләр йәшәгән күп ҡатлы йорттарға ла йылы ебәреләсәк.

Район хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлеге начальнигы Әмир Ғәлиев әйтеүенсә, йылытыу миҙгеленә әҙерлек район хакимиәтенең 2023 йылдың 5 апрелендәге 399-сы ҡарарына ярашлы алып барыла. Быйыл ул ҡәҙимгесә, аварияһыҙ үткән. Объекттар әҙерлеген вәкәләтле органдар тикшерһә, күп ҡатлы йорттар өсөн «Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың идара итеү компанияһы», «Дом-Сервис» ойошмаһы, «Альфа» идара итеү компанияһы, 1-се, 2-се һәм 5-се Торлаҡ ремонтлау-эксплуатациялау участкалары яуаплы. Етәксе белдереүенсә, райондың 357 күп ҡатлы йорто, 67 һаулыҡ һаҡлау, 77 белем биреү һәм 49 мәҙәни объекты йылытыу миҙгелен асыуға тулыһынса әҙер. Шулай уҡ 41 ҡаҙанлыҡта, 11 йылытыу пунктында эште тотҡарларлыҡ етди сәбәптәр юҡ.

Халыҡҡа мөрәжәғәт итеп, был миҙгелдә лә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында онотмауығыҙҙы һорайбыҙ. Йылытыу ҡорамалдарын һаҡһыҙ ҡулланып, үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.

Һүрәттә: район-ҡалала йылытыу миҙгеленә әҙерлек әүҙем барҙы.

Автор фотоһы.

 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: