Аллаһы Тәғәлә ауырыуына күрә дарыу үләндәрен дә үҙебеҙҙең аяғыбыҙ аҫтында үҫтерә. Тик уны ваҡытында йыйып, матурлап киптереп ҡулланыу ғына кәрәк. Шул үләндәрҙең береһе әрем. Әрем тураһында боронғо табиптар Гиппократ та, Әбуғалисина ла белгән. Улар был үләнде дауалағанда бик киң ҡулланғандар. Ғалимдарҙар паразиттарҙың, бактерияларҙың кеше организмына ни тиклем кире йоғонто яһағанын күптән иҫбатлағандар. Беҙҙең өләсәй, олатайҙарыбыҙ ҙа был үләнде бик киң ҡулланғандар. Тик һуңғы ваҡыттарҙа дарыуханаларҙа күп төрлө дарыуҙар булыу сәбәпле беҙ был үләндәр тураһында оноттоҡ.
Өләсәйемдең кешеләргә һөлөк ҡуйыуы, төрлө дарыу үләндәрен йыйғанда мине лә алып сығыуы, шул ваҡытта: “Бына ҡыҙым, ошо үләндең ике генә бөртөк сәскеһен ҡабып йөрө, ауырымаҫһың” – тип әремгә күрһәтеүе иҫемә төшә. Төрлө үләндәрҙе йыйып, киптереп ҡышын шул үләндәрҙе ҡуллана торғайны. Хәҙер уйлайым, беҙ ғаиләлә өс бала үҫтек, беребеҙ ҙә ауырып мәктәпкә бармай ҡалған сағыбыҙ булманы. Хәҙер шулар иҫемә төшә лә, өләсәйем ни тиклем хаҡлы булған тип уйлап ҡуям.
“Тәмле ашаған - тартышҡан” ти халыҡ мәҡәле. Беҙҙен организм тәмле-татлы ризыҡҡа бәләкәйҙән өйрәнгән. Хәҙер тәмлерәк булһын, балалар ашаһын тип бутҡаны ла шәкәр ҡомо һалып бешерәбеҙ. Сәйҙе ниндәй генә тәмлекәстәр менән эсмәйбеҙ. Эйе, татлы ризыҡты күпләп ашауыбыҙ, бигерәк тә балаларға аштыуыбыҙ арҡаһында килеп сыҡҡан һанһыҙ ауырыуҙарҙың иге-сиге юҡ. Бына шулай итеп организмды микробтар, бәшмәк, зыянлы бактериялар үрсей торған лайлалы мөхиткә әйләндерәбеҙ. Ә ундай оранизм теләһә ниндәй сир алдында үҙ ҡапҡаларын шар асҡан, һаҡсыһы булмаған йортҡа әйләнә. Ғөмүмән, бөгөнгө ауырыуҙарҙың төрлөлөгө, сиргә батыуыбыҙҙың сәбәбе тәмле ашауҙан. Тәмле итеп тә ашамағас был доньяның ни ҡыҙығы бар, тиерһегеҙ. Килешәм, тик шулай ҙа бөтөнләй алып ташлап булмағанда хәлдә лә, уның күләмен кәметеп була бит. Әгәр ҙә күләмен кәметмәһәм мин ниндәй сирҙәргә дусар булырмын икән тигән һорау һәр беребеҙҙе борсоһа ҡалай шәп буласаҡ. Был осраҡта сәләмәтлегебеҙҙе нығытыуға, уны профилактикалауға тиң булыр ине.
Хәҙер күбебеҙ балаларға ярарға тырышабыҙ. Кәнфит, шоколад, тәмле печенье телайһеңме, мә, тик илама ғына. Тик шуларҙы биргән саҡта эсендә ниндә ауырыуҙар барлыҡҡа килергә мөмкин икәнен уйлап та бирмәйбеҙ. Ғалимдар бик киң таралған (балалар араһында ла бындай ауырыуҙар күбәйгәндән күбәйә) аллергия, псориаз, астма, шәкәр ауырыуҙарының паразиттарға бәйле булыуын иҫбат иткән. Тимәк бындай ауырыуҙар һауанан төшмәгән кеше үҙе үҫтергән. Шуға күрә бөтөнләй тәм-томдан баш тарта алмаһаҡ, ихтыяр көсө етмәһә, әйҙәгеҙ көн дә паразиттарға ҡаршы үҙебеҙҙең ҡул аҫтында булған үләндәр менән көрәш алып барайыҡ.
Шул уҡ вкытта әремде ҡулланыуҙың самаһын да белергә тейешбеҙ. Сама белһәң дарыу, белмәһәң ағыу тигән мәҡәлде иҫтән сығармайыҡ. Был үләнгә аллергияһы булған кешеләргә, ауырлы ҡатындарға, бәләкәй балаларға ҡулланырға ярамай. Әремдең бөгөн киң таралған яман шеш ауырыуынан да файҙалы булыуы асыҡланған. Астма, превмония, ағыуланыу, дисбактериоз һәм башҡа бик күп төрлө ауырыуҙарҙан ҡотолорға ярҙам итә.
Милләттәштәрем, һаулығыбыҙ үҙебеҙҙең ҡулда, әйҙәгеҙ, ошо дарыу үләндәренең файҙаһын күреп, һау-сәләмәт тормош алып барырға ынтылайыҡ. Тик үләндәрҙе ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.
Гөлкәй Ғәбдрәшитова.