Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ дауаһы
25 Ноябрь 2025, 20:00

Дегәнәк юҡҡа ғына «Академик” исемен йөрөтмәй

      Аяҡ аҫтарында, күләгә урындарҙа сүп үләне кеүек үҫеп ултырыусы дегәнәктең күп нимәгә файҙалы икәне бер кемгә сер түгел. Шулай ҙа ошо үҫемлек тураһында тағы ла бер тапҡыр яҙып үтеү артыҡ булмаҫ. Уның файҙаһы баһалап бөткөһөҙ. Япраҡтарын иртә яҙҙан көҙгә тиклем йыйып була, шулай ҙа май аҙаҡтарында, июнь башында иң һутлы мәле.

Дегәнәк юҡҡа ғына «Академик” исемен йөрөтмәй
Дегәнәк юҡҡа ғына «Академик” исемен йөрөтмәй

Ашарҙан алда ярты сәғәт самаһы алдан бер сәй ҡалағы һутты көнөнә өс тапҡыр, иртән, төш һәм кис эсергә кәрәк. Әгәр әсе тиһәгеҙ артынан бал ҡабырга йәиһә йылы һыу эсергә мөмкин.  Шулай бер ай дауамында өҙмәйенсә генә эсһәгеҙ күп кенә ауырыуҙарҙан ҡотолорһоғоҙ. Бер ай ял итеп алғандан һуң, тағы ла бер ай ҡабатлаһағыҙ бигерәк тә яҡшы буласаҡ. Шәкәрҙе төшөрә, үтте, бәүелде ҡыуа, бауыр-бөйөр эшмәкәрлеген яҡшырта, ҡанды таҙарта. Яман шеш ауырыуҙарын иҫкәртә, аҙып китергә юл ҡуймай. Файҙаһын бер ике аҙнанан тоя башларһығыҙ, Тәмле ашап өйрәнгән организмығыҙ тәүҙә ҡаршы килер, эсмә тиер. Эсәктәрҙә беҙҙе кимергән паразиттарға, бактерияларға көн бөтөр. Бөйөрҙәге таштар ирер, бауырҙан үт ҡыуығынан застой китер. Иммунитетты күтәреүҙә лә ҙур роль уйнай.  Йәй буйы эсеп, көҙ көнө бер генә ауырыуығыҙҙы ла тапмаһалар дегәнәккә баш эйергә генә ҡала. Кемдер йәй эш ваҡыты, эш менән онотолоп китә тиер. Ундай осраҡта һутын эшләп  ҡуйып ҡышын эсергә була. Япраҡтарҙы йыйып алып, матурлап йыуып ит тартҡыс аша үткәрергә, һутлы сағында ике тапҡыр үткәрһәң дә була, шунан ҡүл менән һығырға кәрәк. Һыуытҡыста оҙаҡ һаҡланмағанға күрә (5-6 көндән артыҡ һаҡлап булмай) шаҡмаҡлы пакеттарға тултырып туңдырғыста һаҡлау мотлаҡ. Эсер алдынан берәр шаҡмаҡты алданыраҡ алып иретеп ҡуйырға кәрәк буласаҡ.  Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа оҙаҡ һаҡлау маҡсаты менән 50/50 спирт менән ҡушыу кәңәш ителә. Был инде һәр кемдең үҙ ихтиярында. Мин үҙем туңдырғыста һаҡлау яҡлы.

      Дегәнәктең файҙалы булмаған өлөшө юҡ. Тамырҙарын йәй аҙағында көҙ башында август-сентябрь айында ҡаҙып алып, һалҡынсараҡ һыу менән йыуып, ҡояш төшмәгән урында киптерәһең. Аҙаҡ бер сәй ҡалағы ваҡланған тамырҙы бер стакан ҡайнар һыуҙа төнәтәһең дә эсәһең. Дегәнәк тамыры төнәтмәһе сәстәр өсөн дә файҙалы икәне бер кемгә лә сер түгел. Файҙаһының иҫ киткес ҙур булғаны өсөн ғалимдарҙар юҡҡа ғына дегәнәккә «академик” исемен бирмәгәндәр бит.   

      Файҙаһын максималь алыу өсөн дауаланған ваҡытта  ҡамыр ризыҡтарын, файҙаһы булмаған колбасаларҙы, кәнфиттәрҙе, тәм-томдарҙы кәметеп торорға кәрәк.  Әйтеп үткем килә, япондар дегәнәкте махсус раүештә үҫтерә, япраҡтарын салаттарға ҡуша, ә беҙҙә аяҡ аҫтында тапалып, әрһеҙ генә булып үҫеп ултыра. Һан да юҡ үҙенә. Әйҙәгеҙ әле, ошо үҫентегә йөҙөбөҙ менән боролайыҡ, файҙаһын күрәйек.

                                                                                     Гөлкәй Ғәбдрәшитова

Автор: Гулькай Габдрашитова 
Читайте нас