Күҙҙең арығанлығы һәм көсөргәнеше күптәргә таныш, айырыуса компьютер артында оҙаҡ ваҡыт эшләгәндәргә. Күреү асыҡлығын ҡайтарырға бер нисә ябай, әммә һөҙөмтәле күнекмә ярҙам итәсәк.
Күҙ ҡыҫыу: 1-2 минут күҙ ҡыҫып ҡарағыҙ. Был ябай ғына ғәмәл лайлалы тышсаны дымландыра, ҡоролоҡто бөтөрә, күҙ эсендәге ҡан әйләнешен яҡшырта.
Күҙ мускулдарына күнегеү: спазмды еңеләйтеү өсөн ҡарашты шыма ғына күсерергә кәрәк. Мәҫәлән, уңға ҡарағыҙ, унан ҡарашты яйлап ҡына тура һыҙыҡ буйлап һулға күсерегеҙ. Ҡаршы йүнәлештә, шулай уҡ өҫкә һәм аҫҡа ҡабатлағыҙ.
Ҡараңғылыҡҡа сумыу: был күҙгә ял биреүҙең шәп ысулы. Бармаҡтарҙы бер-береһенә ышҡып, йылытығыҙ, баҫым яһамайынса, йомоҡ күҙҙәрҙе ипләп кенә ҡаплағыҙ. Ҡараңғыла 1-2 минут ял итергә тырышығыҙ.
Муйынға күнекмә: муйындағы көсөргәнеш йыш ҡына күҙҙәге ҡан әйләнешен боҙа. Бер нисә тапҡыр яйлап башығыҙҙы түңәрәк буйлап әйләндерегеҙ, һуңынан уңға һәм һулға, алға һәм артҡа эйегеҙ. Был ҡан әйләнешен әүҙемләштерәсәк.