Муйыл сәскәһе бик файҙалы икәнен беләһегеҙме? Уның сәскәһен һәм йәш япраҡтарын күп ауырыуҙы дауалау өсөн йыялар.
Йәш япраҡтарҙы таҙа һауытҡа һалып, өҫтөнә һыулы таҫтамал ябығыҙ. Ике сәғәттән көслө ферментлы япраҡтар ҡулланыуға әҙер була. Уларҙы шулай уҡ киптереп ҡышҡыһын ҡулланырға була.
Муйыл сәскәһен дә киптереп алалар. Ә бына хәҙер сәскә атҡан ваҡытында уны сәй сәйнүгенә һалып ебәрегеҙ. Хуш еҫле һәм файҙалы сәй эсеп ҡыуанырһығыҙ.
Муйыл япраҡтарын һәм сәскәһен нервыларҙы тынысландырыу, тире ауырыуҙарына ҡаршы, ауыртыуҙы баҫыу өсөн ҡулланалар. Бының өсөн бер аш ҡалағы кипкән сәскә-япраҡҡа бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп төнәтеп эсәләр.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мөһим.
Сығанаҡ: Һаҡмар гәзите