Көнгәк
+19 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Халыҡ дауаһы
20 Мая , 07:00

Ер еләгенең файҙаһы

Ер еләгенең файҙаһыЕр еләгенең файҙаһы
Ер еләгенең файҙаһы

Ер еләге ҡайын еләгенән үҙенә башҡа тәме, татлыраҡ һәм сөсөрәк булыуы менән айырыла. Етмәһә эрерәк тә. Һабағынан япраҡса менән өҙөлөп сыға. Шуға күрә уны ҡайһы бер төбәктәрҙә шыртлаҡ еләк тип атайҙар. Емештәре аҡһыл йөнтәҫерәк булғанға йөнлө еләк тип тә көләләр. Инйәр-ҡатайҙар уны тупар тип атай, йыйғанда тупырлап төшөп торған өсөндөр. Еләкте төпһәһенән таҙартырға тура килһә лә, ул һоҡланғыс хуш еҫе, тәме менән ҡыш табындарҙы йәмләп тора. Ҡайһы саҡ төпһәһе менән дә ҡайнаталар, бик ҡупшы килеп сыҡмаһа ла, уның файҙаһы күберәк тип һанала. Инәйем еләкте таҙартылмаған килеш блендер менән генә туғып, шәкәрләп йә туңдырып ҡуя. Еләктең витаминдары шул килеш һаҡлана, тип, өйрәтә өләсәйем.

Ер еләген халыҡ айырыуса яратып ҡуллана. Ер еләге хуш еҫле, тәмле генә түгел, һанап бөткөһөҙ файҙалы ла. Аҙ ҡанлылыҡтан яфаланыусыларға ярҙамы тейә, ти өләсәйем. Бауыр, бөйөр, үпкә сирҙәренән ҡотҡара. Ҡан баҫымы юғары булғанда эсә олатайым. Ул еләкте ҡуҙағы менән ҡайната, шулай иткәндә файҙаһы күберәк була, ти.

Айҙың тәүге яртыһында ер еләгенең сәскәһе менән япраҡтарын, ә аҙағында емешен йыялар. Ер еләген тағы һейҙек ҡыуығында таш булғанда, подагра, склероз осрағында ҡулланалар. Ул ағзаларҙан һаулыҡҡа зыян килтереүсе матдәләрҙе ҡыуа. Шуға ла ер еләгенән йәки япрағынан әҙерләнгән төнәтмәне һыуыҡ тейгәндә, юғары тән температураһы менән интеккәндә эсәләр. Ауырып, дәрес ҡалдырмайым тиһәң, минең кәңәштәремә ҡолаҡ һалығыҙ, дуҫтарым. Дөйөм сәләмәтлекте нығытыу өсөн сәйгә лә кипкән еләк япраҡтарын һалып эсегеҙ, ауырымаҫһығыҙ. Ер еләге япрағынан әҙерләнгән һут йөрәк эшмәкәрлеген яйға һала, ҡан тамырҙарын киңәйтә тип өйрәтә әсәйем һәм үҙе лә һут әҙерләп эсә. Йөрәктең ҡан тамырҙарын нығытыр өсөн төнәтмә лә әҙерләйҙәр. Бының өсөн 2 ҡалаҡ киптерелгән япраҡҡа 2 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, эмалле кәстрүлдә боҫ өҫтөндә 5 минут ҡайнатырға ла 3 сәғәт төнәтергә. Дауаны көнөнә 2-3 тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә. Беҙҙә ҡыҙҙар ер еләген бит тиреһен йәшәртеү һәм йомшартыу өсөн ҡулланалар. Уның ярҙамында биттәге һытҡыны, һипкелде бөтөрөргә мөмкин, тиҙәр.

Интернеттан

 

 

Автор:
Читайте нас