Көнгәк
+16 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Халыҡ дауаһы
29 Августа , 09:00

Бауырың борсоймы?

Майлы, тоҙло, әсене, ҡыҙҙырылғанды яратыусылар аҙаҡҡа табан һаулығына зарлана башлай бит. Ошоно эшләп ҡарағыҙ әле!

Аптеканан һатып алынған һолоно, өс литрлыҡ банкаға оло ҡалаҡ менән бер аш ҡалағы йыуып һалып, (өйөп һалып, йыуғанда өҫкә йөҙөп сыҡҡан буштарын түгәм, тултырып һыу ҡойорға. Һыулы банканы ҙур кәстрүлгә һыу һалып шунда ҡуйып, ҡайнатырға кәрәк. 

Бауырҙы таҙартыу ысулдары күп. Әле иғтибарығыҙға тәмле, ә иң мөһиме файҙалы, ысынлап та бауырҙы һәм организмды таҙарта алырлыҡ рецепт тәҡдим итәбеҙ.

Аҙна дауамында дөрөҫ туҡланырға һәм көн һайын бер стакан йәшелсә коктейле эсергә кәрәк, һөҙөмтәлә үҙегеҙҙе бығаса булмағанса яҡшыраҡ тоя башларһығыҙ!

ИНГРЕДИЕНТТАРЫ:

3 кишер,

2 йәшел алма,

1 сөгөлдөр,

0,5 ҡабыҡһыҙ лимон,

имбирҙың яңы тамыры киҫәге,

йәшел салат йәки шпинат япраҡтары.

Блендерҙа алдан йыуып, таҙартылған бөтә йәшелсәләрҙе ваҡлағыҙ. Концентрацияланған йәшелсә эсемлегенә 2 стакан һыу өҫтәгеҙ. Уны һыуытылған килеш ҡулланығыҙ, ә әҙер коктейлде һыуытҡыста һаҡлағыҙ!

Бауырың борсоймы?
Бауырың борсоймы?
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас