Көнгәк
+16 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Халыҡ дауаһы
10 Сентября , 12:00

Ҡандағы холестеринды нисек яйға һалырға?

Ҡандағы холестерин кимәленә күптәр әһәмиәт бирмәй. Бер уйлаһаң, йәшәргә ҡамасауламай, ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Врачтар иһә, уның юғары булыуы ла, түбән төшөүе лә ҡурҡыныс, тип саң ҡаға.

Ҡандағы холестеринды нисек яйға һалырға?Ҡандағы холестеринды нисек яйға һалырға?
Ҡандағы холестеринды нисек яйға һалырға?

Холестерин бауырҙа барлыҡҡа килә торған, организмдың яҡшы эшләүе өсөн яуаплы липидтан ғибәрәт. Уның яртыһын организм үҙе эшләп сығара, ҡалғанын беҙ ризыҡ менән ҡабул итәбеҙ. Ул организмда күҙәнәктәр мембранаһы өсөн төҙөү материалы булып тора, шулай уҡ гормон, фермент һәм башҡа файҙалы элементтар барлыҡҡа килтереү өсөн кәрәк.

Хәҙерге  көндә холестериндың юғары булыуынан ололар ҙа, йәштәр ҙә интегә. Был күп осраҡта аҙ хәрәкәтләнеү менән аңлатыла, тәмәке тартыу, иҫерткес эсемлектәр ҡулланыу, даими стресс кисереү, борсолоу ҙа уның артыуына сәбәп була. Артыҡ ауырлыҡ, шәкәр сире, майлы ризыҡтар ҙа уны күтәрә.

Холестерин норманан артып киткәс, ҡан тамырҙары стенкаһына ултыра башлай. Тора-бара ҡан ағышы насарланып, төйөрҙәр барлыҡҡа килә башлай. Улар инфаркт, инсульт, атеросклероз кеүек ҡурҡыныс сирҙәргә сәбәпсе була. Холестерин норманан артһа, кешенең йөрәк тибеше насарлана, аяҡтары һыҙлай, тән тиреһендә һары таптар, күҙ тирәһендә ҡаты төйөрҙәр барлыҡҡа килә.

Уның түбән булыуы ла ҡурҡыныс. Йыш ҡына диетала ултырған, гемоглобины түбән булған, даими стресс кисергән кешеләрҙә йыш осрай. Холестерины төшкән кешенең аппетиты һәм хәле булмай, ул тиҙ арый, хәтере насарая, ундайҙар араһында һөйәк һыныу осрағы йыш осрай.

Холестеринды төшөрөү өсөн насар ғәҙәттән арынығыҙ. Кәүҙә ауырлығына иғтибар итегеҙ. Врач ҡушҡан дарыуҙарҙы ваҡытында эсегеҙ. Составында трансмайҙар булған ризыҡтарҙы бөтөнләй ашамағыҙ, клечаткалы ризыҡҡа өҫтөнлөк бирегеҙ. Туҡланыуға килгәндә, аҙнаһына ике-өс тапҡыр балыҡ ашаусыларҙа холестерин күтәрелеү осрағы һирәгерәк осрай.

Күпме булырға тейеш?

Яҡшы – 5 ммоль/л;

бик юғары – 7,8 ммоль/л

Нисек туҡланырға?

Холестеринды төшөрә торған ризыҡтар: балыҡ майы, мүк еләге, еләк, кунжут, көнбағыш, ҡабаҡ орлоғо, зәйтүн майы, гранат.

Холестеринды күтәрә торған ризыҡтар: баллы, ҡыҙҙырылған ризыҡ, маргарин, ҡәһүә, фастфуд, кофе, ҡыҙы ит, йомортҡа,ҡаҙылыҡ,  майонез, консервалар.

 

Ҡандағы холестеринды нисек яйға һалырға?
Ҡандағы холестеринды нисек яйға һалырға?
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас