+17 °С
Болотло
Төҙөүселәр уҡыу кабинеттарын, электр менән тәьмин итеү системаһын ремонтлаясаҡ, бинаның фасадын биҙәйәсәк, шулай уҡ инеү урындарын төҙөкләндерәсәк. Капиталь ремонтҡа дөйөм алғанда 29 миллион һум бүленгән, шуларҙың 24 миллиондан ашыуы - федераль бюджет средстволары. Башҡортостандың был ҡалаһында балалар сәнғәт мәктәбе 1969 йылда ойошторола. Хәҙер бында 23 уҡытыусы эшләй, 885 бала уҡый. Мәктәп күп кенә абруйлы халыҡ-ара, рәсәй һәм республика конкурстары лауреаттарын һәм дипломанттарын үҫтерә.