ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Уңайлы мөхит
9 Ғинуар , 10:15

Ауылда ла уңайлы шарттар кәрәк

Ергән ауыл биләмәһенең Үрге Юлдаш ауылында Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашыу буйынса ойошторолған йыйылыштар барышында хәл итеүҙе талап иткән бер нисә төп мәсьәлә асыҡланғайны.

Ауылда ла уңайлы шарттар кәрәк
Ауылда ла уңайлы шарттар кәрәк

Ергән ауыл биләмәһенең Үрге Юлдаш ауылында Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашыу буйынса ойошторолған йыйылыштар барышында хәл итеүҙе талап иткән бер нисә төп мәсьәлә асыҡланғайны. Программала ҡатнашыу тураһында ҡарар ҡабул итеп, урындағы халыҡ юл төҙөкләндереү мәсьәләһен хәл итмәксе. Улар «Үрге Юлдаш ауылының Әлмөхәмәтов урамынан Үтәғолов урамы, 38-се йортҡа тиклем араға ҡырсынташ һалыу» проектын хуплай. Уның яҡынса хаҡы ике миллион һум тип баһалана. Конкурс шарты буйынса һайлап алыу этаптарын уңышлы үтеп, етерлек балл йыйһа, проект ғәмәлгә ашасаҡ. Йәшәгән биләмәһендә уңайлы шарттар тыуҙырыуҙы маҡсат иткән яҡташтарға уңыштар теләйек.

Фото архивтан. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: