Конгэк
+6 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Уңайлы мөхит
5 Апрель , 17:35

Ихаталар яңы төҫ ала

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән 2019 йылдан алып республикала күп ҡатлы йорт ихаталарын төҙөкләндереү эше уңышлы алып барыла. Һуңғы йылдарҙа байтаҡ йорт алдарының күркәмләнеп ҡалыуы, ихаталарҙың заманса төҫ алыуы, үҫмерҙәр һәм балалар өсөн уйын, спорт майҙансыҡтары урынлаштырылыуы иғтибарҙы йәлеп итә.

Ихаталар яңы төҫ ала
Ихаталар яңы төҫ ала

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән 2019 йылдан алып республикала күп ҡатлы йорт ихаталарын төҙөкләндереү эше уңышлы алып барыла. Һуңғы йылдарҙа байтаҡ йорт алдарының күркәмләнеп ҡалыуы, ихаталарҙың заманса төҫ алыуы, үҫмерҙәр һәм балалар өсөн уйын, спорт майҙансыҡтары урынлаштырылыуы иғтибарҙы йәлеп итә. Халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреүгә, уңайлы шарттар тыуҙырыуға булышлыҡ иткән төрлө программалар ғәмәлгә ашырыла. Ял итеү, йәмәғәт урындарын, социаль объекттарҙы, балалар учреждениеларын төҙөкләндереү маҡсатында эш алып барыла. 

Районда «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу»ға ярашлы, 2019 - 2024 йылдарға иҫәпләнгән «Башҡорт ихаталары» программаһына ярашлы 2019 йылда - 11, 2020 йылда - 8, 2021 һәм 2022 йылдарҙа - 5-шәр, 2023 йылда бөтәһе 7 күп ҡатлы йорт биләмәһе тәртипкә килтерелде. Һөҙөмтәлә, ҡалалағы күп ҡатлы йорттар биләмәһендә яңы асфальт ҡатламы түшәлде, өҫтәмә автомобиль ҡуйыу урындары, спорт һәм уйын майҙансыҡтары, сүп-сар йыйыу майҙансыҡтары барлыҡҡа килде, ихаталар йәшелләндерелде, иҫке эскәмйәләр яңыларына алмаштырылды, ут ҡорамалдары урынлаштырылды. Был эш быйыл да дауам итәсәк.

Ҡала урамдарында йөрөгән саҡта, унда байтаҡ ыңғай үҙгәрештәрҙе күрергә мөмкин. Уларҙың күбеһе Республика Башлығы башланғысы ярҙамында эшләп килгән милли программалар сиктәрендә башҡарыла. Беҙгә иһә күркәмлек тыуҙырған кешеләрҙең хеҙмәтенә ихтирам һәм улар булдырған матурлыҡҡа һаҡсыл мөнәсәбәт күрһәтеп өйрәнергә кәрәк.

Л. Хәйруллина фотолары. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: