

Ышаныуҙар буйынса, даға сихри көскә эйә. Уны башҡорттар бәлә-ҡазанан һаҡлай торған әйбер, тиҙәр. Шуға ла халыҡта элек-электән тупһаға, һикәлтәгә даға ҡағыу йолаһы булған. Уның ырымы шулай: кешенең яман уйы, яман һүҙе дағаға эләгеп ҡала, өйгә инмәй икән. Даға ен-шайтандан да һаҡлай. Әммә тупһаға һаҡлау өсөн ҡағыла торған даға мотлаҡ ат тояғынан төшөп ҡалған булырға тейеш, тиҙәр.