Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
18 Август 2023, 01:30

Бал менән дауалау

Йоҡоһоҙлоҡтан, неврастениянан. Бер ҡалаҡ балды бер стакан йылы һыуға һалып төнгөлөккә эсеп ятырға. Тынысландыра һәм яҡшы йоҡлата.

Бал менән дауалауБал менән дауалау
Бал менән дауалау

Йоҡоһоҙлоҡтан, неврастениянан. Бер ҡалаҡ балды бер стакан йылы һыуға һалып төнгөлөккә эсеп ятырға. Тынысландыра һәм яҡшы йоҡлата.
Гипертониянан. Бер ҡалаҡ бал, бер ҡалаҡ сөгөлдөр һуты, бер ҡалаҡ кишер һуты, бер стакан керән һуты (ҡырғыстан үткәрелгән керәнде алдан 36 сәғәт һыуҙа тоталар), бер лимон һуты алып, барыһын бергә ҡушып бутарға. Көнөнә ике тапҡыр ашар алдынан берәр ҡалаҡ эсергә.
Ангина, стоматит, тамаҡ биҙҙәре елһенеүҙән.
- 1 ҡалаҡ балды 1 стакан йылы һыу­ҙа болғатып тамаҡты сайҡатырға.
- 1 ҡалаҡ бал менән 1 ҡалаҡ ромашка сәскәһенә 250 мл ҡайнар һыу ҡойоп төнәтергә. Шуның менән ауыҙҙы һәм тамаҡты сайҡатырға.
Киҙеү һәм ОРВИ-нан.
Берәр ҡалаҡ бал, гөлйемеш, ҡара ҡарағат һәм ҡурай еләге алып, шуларға ике стакан ҡайнар һыу ҡойоп 15 минут төнәтергә. Көнөнә өс тапҡыр яртышар стакан эсергә.
- 1 ҡалаҡ йүкә сәскәһенә, 1 ҡалаҡ курай еләге ҡушып, өҫтөнә 2 стакан ҡайорға һәм 5 минут ҡайнатырға. Төнәткәндән һуң һөҙөп алырға һәм 2 ҡалаҡ бал һалып болғарға. Көнөнә 3-4 тапҡыр яртышар стакан эсергә.

Бал менән дауалау
Бал менән дауалау
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас