Ошо көндәрҙә ғаилә башлығы үҙенең 70 йәшлек ғүмер байрамын билдәләй. Ауылдың иң оло вәкиле Тимербулат Миңлеғәли улының төбәге өсөн башҡарған эштәре бихисап. Смаҡта мәктәпте тамамлаған йылда күп балалы ғаиләне ауыр ҡайғыға һалып аталары вафат була. “Үҙемдән бәләкәй туғандарымды ҡарарға, әсәйгә ярҙам итергә тейешлегемде аңлай инем. Атай-әсәй беҙҙе бәләкәйҙән хеҙмәт һәм намыҫ менән йәшәргә өйрәтте. Колхоз эшенән арып ҡайтһа ла, хеҙмәт сынығыуы бирергә ваҡыт таба ине ҡәҙерлеләребеҙ. Бесән сабыу, мал ҡарау, йортта ярҙам итеү, сөгөлдөр утау - донъя мәшәҡәттәрен беҙ йәшкә ҡарамай, бер йоҙроҡ булып йырып сыға инек. Атай баҡыйлыҡҡа күскәс, туғандарым өсөн яуаплылыҡ тойғоһо икеләтә артыуын тойҙом. Мәктәпте тамамлағас, Мәләүездә механизатор һөнәрен үҙләштерҙем. Ауыл малайҙары бәләкәйҙән комбайн штурвалы, йөк машинаһы руле артында үҫә бит, мин дә шулар иҫәбендә инем, каникул осоронда яландан ҡайтып инмәй ололарға ярҙам итеп тәжрибә тупланыҡ”,- тип хәтирәләр ебен тағата юбиляр.
Тимербулат ағай Ғиззәтуллин 1971 йылда һалдатҡа алына һәм Ленинград өлкәһендә электр станцияһы төҙөүҙә ҡатнаша. Ҡайтыу менән ял да итмәй, тағы фермала эш башлай. Тырыш егетте колхоз етәкселеге бер йылдан Украина ССР-на сөгөлдөр сәсеү һәм үҫтереү буйынса уҡырға ебәрә. Тап ошонан Тимербулат ағай татлы культура үҫтереүҙә тәжрибә туплап ҡына түгел, яңы орлоҡ алып ҡайта. Колхоз гранулалы орлоҡ сәсеүҙе яйға һалып, миллионер хужалыҡтар исемлегенә инә.
Йәш саҡ - дәртле саҡ. Гектарлап ер эшкәртһәң дә, тонналап мал аҙығы әҙерләһәң дә, киске уйын, һөйгән ҡыҙың менән аралашыу өсөн ваҡыт табыла. Яратҡан ҡыҙы Әминә Ғәббәс ҡыҙы күрше ауылдан, мөхәббәт утына ҡар-ямғыры, юл алыҫлығы кәртә буламы һуң?! Оҙаҡ та дуҫлашып йөрөмәй, улар ғаилә ҡора. Йәштәр үҙ мөйөшөн булдыра, икеһе лә башкөллө хужалыҡ эшенә сума. Тыныс холоҡло, ярҙамсыл Әминә апай ҙа туған йәнле. Тормош ауырлығын бергә йырып сығырға өйрәнә улар. Ике яҡтан да туғандарҙы үҙ итеп, бөгөн дә гөрләтеп тормош көтә Ғиззәтуллиндар. Татыу ғаиләлә тәрбиә алған ҡыҙҙары Нурзилә менән Лилиә, уларҙың балалары, яҡындары өсөн атай-әсәй йорто һәр ваҡыт йылылыҡ бөркәә, сөнки унда 50 йылға яҡын бергә ғүмер иткән ҡәҙерлеләре урынлы кәңәше, хәстәре менән ҡаршы ала.
23 йыл алмаштырғыһыҙ депутат, староста булып йәмәғәт эштәре уртаһында ҡайнап йәшәй Тимербулат Миңлеғәли улы. Ауыл халҡының проблемаһын хәл итеүгә күп көс, тырышлыҡ һалып, абруй ҡаҙана.
Әле үҙ яйҙарына ҡош-ҡорт, мал аҫрап тыныс ҡына йәшәп ятыуҙары. Бөтә нимә үҙгәрә, нимәләрҙер онотола, хәтирәләр тоноҡлана тип ҡабатларға яратабыҙ. Әминә апай һәм Тимербулат ағай Ғиззәтуллиндарҙың иһә, бер- береһенә булған хәстәре, иғтибар һәм ихтирамын үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп ҡайтҡас: “Юҡ, йәшлектәге хәтирәләр төҫһөҙләнмәй, киреһенсә, йылдар үткән һайын сағыулана ғына бара икән”, - тип әйтер инем.