Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
25 Август 2023, 12:25

Һеҙ һораған йыр

Текст тулыһынса: 

Һеҙ һораған йырҺеҙ һораған йыр
Һеҙ һораған йыр

Йәйҙәргә һөйөнөп, ҡыҙылдан кейенеп,
Баҡсамда үҫәләр сейәләр.
Беҙгә күҙ һалығыҙ, һоҡланып ҡалығыҙ,
Иң матур сағыбыҙ тейәләр.

Ҡушымта:
Ҡояшка үрелеп ҡыҙара сейәләр,
Һеҙ икәү, һеҙ икәү пар килгән тейәләр.

Һыуһылдар, татлылар, ирендәр тәме бар,
Үбәм тип урелһен сейәләр.
Һөйөүен йәшергән, ғашиҡтар шикелле
Ҡыҙарып баштарын эйәләр.

Ҡушымта:
Ҡояшка үрелеп ҡыҙара сейәләр,
Һеҙ икәү, һеҙ икәү пар килгән тейәләр.

Һөйөү шул түгелме? Ымһыта күңелде
Күҙ яуын алырлыҡ сейәләр.
Бешәбеҙ йәйҙәрҙә, яратып өҙ әйҙә,
Һуңлама, һуңлама тейәләр.

Ҡушымта:
Ҡояшка үрелеп ҡыҙара сейәләр,
Һеҙ икәү, һеҙ икәү пар килгән тейәләр.

 

Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотоһы.

Текст https://vk.com/beauty_blog19

 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас