

Кәрәк була:
3кг помидор,
1,5 кг татлы борос,
Помидорҙы иттартҡыстан сығарабыҙ ҙа,ҡайнатырға ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, 10 мин тағы ҡайнатып, шаҡмаҡлап туралған боросто һалабыҙ. 0,5 стакан көнбағыш майы, 1 стакан шәкәр ҡомо, 1 аш ҡалағы тоҙ, 4 аш ҡалағы һеркә (9%) һалабыҙ. 15 минут утта тотоп, бер баш һарымһаҡты ваҡлап ҡушабыҙ. 5 минуттан тәмле лечо әҙер тигән һүҙ! Уны эҫе килеш стериль банкаларға тултырып, ҡалын әйбергә төрөп ҡуябыҙ.
Шәкәр яратмаһағыҙ, уны әҙерәк ҡушығыҙ. Шулай ук ҡара борос,лавр япрағы ҡушырға мөмкин.