

Уны әҙерләү өсөн 3 килограмм помидор, кило ярым татлы борос, шул уҡ күләмдә баклажан, ярты стакан шәкәр ҡомо, 2 аш ҡалағы тоҙ, ярты стакан көнбағыш майы, 2 аш ҡалағы һеркә кәрәк.
Помидорҙы иттартҡыс аша үткәрергә лә, ярты сәғәт ҡайнатырға. Массаға шәкәр ҡомо, тоҙ, көнбағыш майы ҡушып, тағы 15 минут утта тоторға кәрәк. Һүндереп тороп, эрерәк итеп туралған борос һәм баклажанды ҡушып, тағы 30 минут бешерергә. Һуңынан 2 аш ҡалағы һеркә өҫтәргә, болғатырға һәм банкаға тултырырға ғына ҡала.