Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
2 Ноябрь 2023, 23:05

Сәйгә тәмле бәлеш

Рецебы:

Сәйгә тәмле бәлешСәйгә тәмле бәлеш
Сәйгә тәмле бәлеш

Кәрәк була:
1,5-2 стакан он;
200 гр аҡ май;
1 сынаяҡ шәкәр;
Ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель)
Барыһын бергә ҡушып, йомшак ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, уны 10-15 минут ял иттерәбеҙ.


Эслек өсөн:
1 - 1,5 стакан магазин ҡаймағы( 15-20%), 1 сынаяҡ шәкәр, самалап һөйәкһеҙ сейә йә ҡарағат.
Ошоларҙы бергә бутайбыҙ, шәкәр тулыһынса иреп бөтөргә тейеш.
Ҡамырҙы табаға йәйәбеҙ, ситен бейегерәк итәбеҙ, унда эслекте ҡойғас, 30-40 минутҡа мейескә ҡуябыҙ.
Ябай ғына, шул уҡ ваҡытта бик тәмле бәлеш әҙер.

Уның тулыһынса һыуынғанын көтөргә генә ҡала.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас