Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
11 Ноябрь 2023, 06:05

Телеңде йоторлоҡ!

Бәлеш рецебы:

Телеңде йоторлоҡ!Телеңде йоторлоҡ!
Телеңде йоторлоҡ!

Он - 1 стакан (175 г)
Манный ярмаһы - 1 стакан (175 г)

Шәкәр - 1 стакан (200 г)
Тоҙ - бер семтем
Аҡ май - 200 г

Эслек:
Ҡабаҡ - 800 г
Бер лимон
Шәкәр - 100 гр

Ҡабаҡ менән лимонды иттартҡыс аша сығарып, шәкәр бутарға. Лимондың орлоғон алырға онытмағыҙ. Бер алма ла ҡушырға ярай. Эслекте ике өлөшкә бүлегеҙ.

Манный ярмаһы, шәкәр, он, әҙ генә тоҙ, аҡ май һалып ҡамыр яһайым. Ул ыуалып тора. Ыуалмай, ойошоп торһа, тағы бер ус манный ҡушып ебәрегеҙ.

Валсыҡ кеүек ҡамырҙы өскә бүләм дә, бер өлөшөн майланған табаға һалып, өҫтөнә эслекте йәйәм. Уның өҫтөнә тағы ҡамыр йәйелә (һибелә), унан тағы эслек йәйелә лә, иң аҙаҡтан ҡамыр менән ҡаплана.

Бәлеш 40 минут бешә. Бешкәс, һыуытырға кәрәк.
Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас