

Кеше йылмайыуҙан туҡтаһа, был ҡартая башлау билдәһе. Испания врачтары эндокринолог Франциско Таскон менән психиатр Хосе Мигель Допас Ибор «Картая белеү» тигән китапта шулай яҙалар.
Тормошта ҡасып ҡотолоп булмай торған ике нәмә бар: налог (һалым) менән ҡартлыҡ, тип яҙа авторҙар. Йылмайып йәшәгәндә генә ҡартлыҡты еңеп була. Әлбиттә, йылмайыу менән бергә кешелә өмөт, дуҫлыҡ тойғоһо, башҡаларға ышаныс та булырға тейеш. Юҡ-бар менән мауығыуҙы сикләргә, көслө кисерештәрҙән һаҡланырға, тән-йәндә барған үҙгәрештәрҙе аңлай белергә кәрәк.