Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
13 Ноябрь 2023, 04:48

Һуған файҙаһы

Һуғандың сәләмәтлек өсөн файҙаһы ҙур

Һуған файҙаһыҺуған файҙаһы
Һуған файҙаһы

Һуғандың сәләмәтлек өсөн файҙаһы ҙур, әммә ул традицион медицина дауалауын алмаштыра алмай. Уны бары төп сараға ярҙам булараҡ ҡулланыу кәңәш ителә.
* Ҡолаҡ шешкәндә ваҡ ҡына итеп туралған һуғанды ике ҡат марляға урап, ҡолаҡҡа һалып, яулыҡ менән бәйләп ҡуйырға кәрәк. Ярты тәүлек тотҡанда, хәлегеҙҙең еңләйеүен тойорһоғоҙ.
* Юғары температура булғанда, туралған һуғанды аҙыҡ төрә торғон пленкаға (пищевая пленка) һалып, табанға урарға ла, ойоҡ кейеп, төнө буйы шулай йоҡларға.
* Ҡоҫҡо килгәндә һуғанды ҡырғыстан үткәреп, һутын һығырға ла, бөтнөктө ҡайнатып, һыуытылған һыуы менән болғарға. Ошо һутты 2 аш ҡалағы эсеп, 5 минуттан шул тиклем сәй эсергә. 5 минуттан тағы шулай ҡабатлағыҙ. 15-20 минут бер нәмә лә ашарға, эсергә ярамай.
* Йүтәлләгәндә ваҡлап туралған һуғанды кокос майы менән бутап, күкрәккә компресс һалып, төнгөлөккә ҡалдырырға кәрәк.

Һуған файҙаһы
Һуған файҙаһы
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас