Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
16 Ноябрь 2023, 18:50

Вампирҙарҙан һаҡланығыҙ!

Көсөгөҙҙө бына нимәләр ала:

Вампирҙарҙан һаҡланығыҙ!Вампирҙарҙан һаҡланығыҙ!
Вампирҙарҙан һаҡланығыҙ!
  1. Физик, эмоциональ һәм мәғлүмәти «йөк»төң артыҡ күп булыуы йәки физик күнегеүҙәрҙең, тәбиғәт менән элемтәнең етеп бөтмәүе.
    Үҙен эш менән артыҡ күмһә йәки кәрәгенән артыҡ борсолһа, кешенең көсө тиҙ бөтә. Мәғлүмәтте ҡабул итеү өсөн энергия күп тотола, юҡҡа үртәлеүҙәр, борсолоуҙар ваҡытында бөйөр өҫтө биҙҙәренең гормондары исраф ителә. Һөҙөмтәлә, бөйөрҙәр менән бәйле сирҙәр килеп сығыу ихтималы арта. 

     Дөрөҫ һәм етерлек йоҡламау.
    Әгәр тейеш булмаған ваҡытта ятаһың йәки әҙ йоклайһың икән - организм йоҡлағанда ғына туплай торған көстө йыйырға өлгөрмәй ҡала. Токсиндар туплана, биоритм бутала, баш мейеһе эшкәртелмәгән мәғлүмәт менән тула. 

     Самаһыҙ күп ашау, иҫерткес эсемлек, тәмәке һәм наркотиктар менән ағыуланыу.
    Былар барыһы да организмды булған ресурстарын ошо зарарҙан аралау һәм токсиндарҙы сығарыу өсөн тотонорға мәжбүр итә. Шуның арҡаһында нерв системаһына, бөйөрҙәргә көс килә. 

     Кәрәкмәгән һөйләшеүҙәр, үҙ-үҙең менән эстән бәхәсләшеү, ығы-зығы тыуҙырыу.
    Былар һеҙгә ваҡ-төйәк тә булып күренергә мөмкин, әлбәттә. Ысынында иһә бына ошо һанап үтелгән кире күренештәргә самаһыҙ күп көс китә лә инде. Һәм күп ваҡыт уларҙың тормошобоҙҙо ағыулаусы ғәмәлдәр генә икәнлеге күренә.  Мәҫәлән, өндәшмәй, һөйләшмәйерәк тороп ҡарағандан һуң быны бигрәк тә ныҡ аңлайһың.

     Ауыртыуҙар, дауалап та, төҙәлеп бөтмәгән йәрәхәттәр һәм энергетик вампирҙар.
    Быларға тирә-йүнегеҙҙәге күңелегеҙгә ятмаған кешеләр, геопатоген зоналар, насар экология, имгәнеү-бәрелеүҙәр инә.

     Энергияны иң күп сарыф иткән нәмә - күңелең теләмәгән кешеләр менән яҡын мөнәсәбәттәрҙә булыу.Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотоһы.
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас