Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
18 Ноябрь 2023, 01:10

Самаһыҙлыҡтан һаҡлан...

Бәхетле булыу серҙәре:

Самаһыҙлыҡтан һаҡлан...Самаһыҙлыҡтан һаҡлан...
Самаһыҙлыҡтан һаҡлан...

Файҙалы ғилем ал, күберәк уҡы – ҡайғыларың китер.

Ҡыйыу бул, сөнки ҡыйыулыҡ шатлыҡ килтерә һәм үҙ-үҙеңә ҡарата ышаныс уята.

Асыу, көнсөллөк, һаранлыҡ кеүек кире тойғоларҙан йөрәгеңде таҙарт.

Ашау - эсеүҙәге, һөйләшеүҙәге самаһыҙлыҡтан – файҙаһыҙ эштәрҙән һаҡлан.

Бөгөнгө көн менән йәшә: үткәндәр тураһында күп уйлама – уларҙы ҡайтарып булмай, киләсәгеңде уйлап күп хыялланма – ул әле килеп етмәгән. Һинең ғүмерең – бөгөнгө көн. Шуны онотма.

Үҙеңдән байыраҡ, дәрәжәлерәк булғандарға түгел, ә ярлыраҡ, мохтажыраҡтарға ҡара – ғибрәт алыу, шөкөр ҡылыу өсөн.

Асыуланма. Ғәфү итергә өйрән. Бел: беҙҙең ғүмер бик ҡыҫҡа!

Артыҡ бай, зиннәтле тормоштан һаҡлан, ябай бул. Сөнки артыҡ байлыҡ һинең ваҡытыңды урлай, тәндең иркәлеге – йәнгә ғазап.

Ҡайғы килдеме, уйлан: үҙең һәм кешеләр өсөн ниндәй файҙалы эш атҡара алаһың, баш-аяҡ эшкә сум.

Һиңә берәйһе яман һүҙҙәр әйтһә лә, был һүҙҙәр һиңә түгел, уға зыян. Шуға ла улар хаҡында күп уйлама.

Шәйх Әйд әл Ҡарниҙың «Ҡайғырма!» («Не грусти!») китабынан.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас