Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
18 Ноябрь 2023, 23:10

Тормошта ла шулай...

Тулыһынса:

Тормошта ла шулай...Тормошта ла шулай...
Тормошта ла шулай...

Бер аҡыл эйәһе уҡыусыларын саҡырып алған да, бәләкәй генә нөктә төртөлгән аҡ ҡағыҙ бите күрһәткән һәм:

 - Һеҙ ошонда нимә күрәһегеҙ? – тип һораған.

Уҡыусылар бөтәһе бер тауыштан теге ҡара нөктәне әйткән.

Аҡыл эйәһенә уларҙың яуабы оҡшамаған:

 - Ә ни эшләп берегеҙ ҙә аҡ ҡағыҙҙы күрмәне һуң? Бәләкәй генә нөктәгә ҡарағанда ул шул тиклем ҙур бит!

Был аҡыл эйәһенең һүҙҙәре ни тиклем дөрөҫ бит! Тормошта ла шулай – беҙ күберәк  уның  етешһеҙ яҡтарын күрәбеҙ, кешеләрҙең  дә күркәм сифаттарына ҡарағанда,  кире яҡтарын шәйләп алабыҙ. Яҡшынан да насарлыҡ, аҡтан да ҡараны эҙләп бер булабыҙ.

Хоҙай тарафынан һәр ҡайһыбыҙға бүләк итеп тапшырылған ошо донъя үҙе үк аҡ ҡағыҙ  икәнен күптәребеҙ аңламай ҙа, ул битте бик һирәктәр генә тәү ҡараштан абайлай шул...  

Лена ХӘЙРУЛЛИНА тәржемәһе.

Автор фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас