Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
21 Ноябрь 2023, 23:45

Ҡарҙар көтәм...

Яуыр тиҙҙән,Яуыр.Яуыр...

Ҡарҙар көтәм...Ҡарҙар көтәм...
Ҡарҙар көтәм...
Ҡарҙар көтәм...
Яумай ҡалмаҫ,
яуыр.
Көтөүҙәрҙең
Барыһы ла
Ауыр.
Һағыштарым
Ҡар аҫтында
Ҡалыр,
Яумаҫ тимә,
Яуыр бер саҡ,
Яуыр.

Күмеп китер,
Хайран итеп
Бөтөр.
Аҡ бөртөктәр
Биттәремде
Өтөр.
Көтөр сәбәбе
Булғандар
Көтә-
Нөктә ҡуймай,
Ҡуйҙым әле
Өтөр.

Яуыр ҡарҙар.
Бурай-бурай
Яуыр.
Ап-аҡ шатлыҡ
Юлдарыма
ауыр.
Йыл да яуа-
Түгел дә сит
бауыр,
Көттөрмәҫ, тим,
Яуыр тиҙҙән,
Яуыр.
Яуыр...
Миләүшә Ҡыҙрасова - Ишемғолова.
Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотоһы.
 
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас