Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
22 Ноябрь 2023, 10:03

Диңгеҙ витаминдары

Организмға, айырыуса баш мейеһе, йөрәк сәләмәтлеге, иммунитет өсөн аҙнаһына 2-3 тапҡыр майлы балыҡ ашарҡа кәрәк.

Диңгеҙ витаминдарыДиңгеҙ витаминдары
Диңгеҙ витаминдары

Организмға, айырыуса баш мейеһе, йөрәк сәләмәтлеге, иммунитет өсөн аҙнаһына 2-3 тапҡыр майлы балыҡ ашарҡа кәрәк. Улар: сардина, һөмбаш (семга), сельдь, скумбрия.
Балыҡ составындағы омега-3 майлы кислоталары юғары температурала һәм утыҙ минуттан артыҡ бешермәгәндә һаҡлана. Балыҡты ҡыҙҙырырға түгел, ә бешерергә кәрәк. Бына ухала балыҡтың файҙалы үҙенсәлектәре юғала. Шуға ла уға башын, ҡойроғон һәм ҡанаттарын ғына һалалар.
Тоҙло балыҡ яратһағыҙ, әгәр ҙә һеҙҙең ҡан баҫымы менән проблема булһа һәм йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан интекһәгеҙ, тоҙло сельдты башта һөттә йәки һыуҙа тоторға кәрәк. Креветка яратһағыҙ, уларҙа зарарлы холестериндың күп булыуын иҫтә тотоғоҙ. Шулай ҙа уларҙа, балыҡ менән сағыштырғанда, аҡһым менән йод күп. Мидияла цинк күп, ә холестерин аҙыраҡ. Омега-3 тә юҡ уларҙа.
Диңгеҙ кәбеҫтәһе лә бик файҙалы. Унда ҡалҡан биҙе өсөн мөһим булған йод бар. Айға 1-2 тапҡыр салат ашарға мөмкин.

Диңгеҙ витаминдары
Диңгеҙ витаминдары
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас