Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
22 Ноябрь 2023, 09:52

Тәрбиә мәктәбе

Ошо кәңәштәргә ҡолаҡ һалһаң барыһы ла уң булыр

Тәрбиә мәктәбеТәрбиә мәктәбе
Тәрбиә мәктәбе

Иртән ҡояш менән тороп, тәҙрәңде ҡояшҡа асһаң, бәрәкәт килер йортҡа.
Тәҙрәләрҙе йыш һөртөп, көҙгөләрҙе таҙа тот, фәрештәләр ҡыуаныр.
Юлға сыҡҡанда доғаларыңды уҡып, пакланып сыҡ, юлың уңыр.
Гөлдәр үҫтер йортоңда, фәрештәләр ҡуныр һабағына.
Асыулы сағыңда йыуын, баҫылырһың.
Үкһеп илау мәрхүм янында ла тыйыла, артыҡ шашып көлөү ҙә тыйыла, артыҡ ҡайғырыу һәм шатланыу ҙа, зиһенгә зыян итер.
Аҡсаңды алған көнөндә өйҙә ҡундыр, бәрәкәтле булыр.
Йәш балаға ҡарап һоҡланғандың кейеменән йүрмә алып ҡал, төндә бала илаһа, шул йүрмә менән төтәҫлә, «Аятел-Көрси» уҡы, илауҙан туҡтар.
Бала кейемен, уйынсыҡтарын иҙәндән аяҡ аҫтынан алып ҡуйығыҙ, һау булыр.
Бисмиллалап бешерһәң, өйөңдә фәрештәләр ҡыуаныр. Һүгенмәй, асыуланмай бешерен, фәрештәләр ҡанат осон ашыңа тығып торор.
Өҫтәл, иҙәнең таҙа торһон, урын-ҡаралтың йыйыулы булһын, бәрәкәт килер.
Кейемде, бигерәк тә сабый кейемен йыйыштырып, урынлаштырып тор, һаулыҡ артыр.
Ҡунаҡ үҙенең күстәнәсенән ауыҙ итһә, ғүмере оҙон булыр.
Ҡунаҡты күстәнәс менән оҙат, сәй эскәндә тәм-том менән һыйла, насар һөйләй алмаҫ.
Эске кейемде кешенән йәшереп элегеҙ, күҙгә салынмаһын, шәхси энергия үҙегеҙҙә ҡалыр.
Ирең менән үтә яҡын нәмәләрегеҙҙе кешегә һөйләмә, һалҡын һыу һипмәһендәр арағыҙға.
Ирең биш бармаҡтың бер бармаҡтай ғына серегеңде, эшеңде белһен, башы тыныс булыр.

Тәрбиә мәктәбе
Тәрбиә мәктәбе
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас