

Тирҙең төп функцияһы — тән температураһын даими бер кимәлдә тотоу. Тире өҫтөнә тир ҡалҡып сығып тәнде һыуыта, шуның менән беҙҙең йәшәү барышында мөһим роль уйнай.
Тир организмды таҙартыуҙа ла ниндәйҙер кимәлдә ҡатнаша, сөнки кеше организмы 97-98 процент һыуҙан тора, ҡалған 1-2 процентын азотлы матдә, холестерин, тоҙ һәм тиҙ осоусан май кислотаһы тәшкил итә.
Кеше тәнендә ике миллион тир биҙе бар. Ус һәм табан йыш тирләй башлаһа, тир биҙҙәре боҙолған була.