Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
6 Декабрь 2023, 09:25

Ммм...тәмлекәс!

БАЛЛЫ ТОРТ рецебы:

Ммм...тәмлекәс!Ммм...тәмлекәс!
Ммм...тәмлекәс!

6 ҡалаҡ шәкәр

2 йомортҡа

6 ҡалаҡ иретелгән аҡ май

6 ҡалаҡ бал

ярты балғалаҡ сода

Барыһын бергә ҡушҡас, ҡамыр баҫа торған һауытты һыулы кәстрүлгә ҡуйып, ут өҫтөндә йылытабыҙ ҙа, масса бер аҙ һыуынғас, яйлап он ҡушып, ҡамырҙы йомшаҡ, әммә ҡулға йәбешеп тормаҫлыҡ булғансы баҫабыҙ. Уны тигеҙ 4 өлөшкә бүлеп, йәймәләр яһап, уртаса ҡыҙыулыҡтағы мейестә бешерәбеҙ.

Крем өсөн 1 стакан һөт, ярты стакан шәкәр, 2 ҡалаҡ он, 1 ҡалаҡ аҡ май кәрәк. Барыһын бергә ҡушып, талғын утта ҡайнатабыҙ ҙа, һәр ҡатламға һөртөп, уларҙы өйәбеҙ. Тортты үҙегеҙ теләгәнсә биҙәргә генә ҡала.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас