

Балалар шатлығы йәшәтә беҙҙе!
Көн торошо йыш үҙгәрә лә инде: иртәнсәк иләктән үткәргәндәй ҡар яуа ине, төштән һуң ҡыйыҡтан тыпылдап тамсы тама.
“Миҙгел йылдан-йыл үҙгәрә”, - тип уйҙарға бирелде Сәйет ауылында йәшәгән хаҡлы ялдағы Фәйрүзә Ғөбәйҙуллина. Бынан ҡырҡ йыл элек был осорҙа ауылда өмәләр гөрләп, һуғым һуйылып бөтә ине. 1976 йылдың октябрендә йүнәлтмә менән 20 йәшлек сағында Болгарияға ял итергә барғанда, һепертмә буран башланып, ҡар ятҡанын да хәтерләй ул. Тормош иптәше Дамир Алтын улы менән ғаилә ҡороп йәшәүҙәренә лә 45 йыл уҙған. Ошо уңайҙан Денис ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Илфат Байсурин ҡотлап, иҫәнлек-һаулыҡ, ҡулға-ҡул тотоноп бергә оҙаҡ йәшәүҙәрен, ейән-ейәнсәрҙәрҙең изгелеген күреүҙәрен теләне. Мәләүез районы Сәйет ауылында йәшәгән матур ғаилә тураһында гәзитебеҙҙең үткән һанында уҡығыҙ.