

АҠЫЛЛЫ КӘҢӘШТӘР 1. Тор ҙа эшләй башла. Нимә лә булһа эшләһәң , юл үҙенән үҙе асылыр. 2. 7 урынына 40 тапҡыр үлсәп ваҡыт әрәм итмә. Тот та эшләп ҡара. Килеп сыҡһа - шәп, сыҡмаһа эшләп ҡараманым тип әйтмәҫһең. 3. Сәйәхәт ит. Йөрөргә ваҡытың, йә аҡсаң етмәһә, эш араһында тәбиғәт ҡсағында йөрөп ин. 4. Хаталарҙан ҡурҡма. Тик ятҡан кеше генә хаталанмай. 5. Кеше менән ярышма. Башҡаларға эйәрмәй, үҙең булып ҡал. 6. Үҙ фекерең булһын. Кешене хөрмәт ит, үҙеңсә эшлә. Һинең өсөн башҡалар хәл итмәһен. 7. Аллаһҡа хөрмәтеңде күрһәтмәйенсә, уның исемен телгә алма. 8. Кешегә бәйләнмә. Һинән ситләшкәндәр икән - Кит. Үҙ баһаңды бел. 9. Аҡча тип донъяңды онытоп сапма. Бай булһаң да, ярлы булһаң да, бөтәбеҙ ҙә бер ерҙә осрашасаҡбыҙ. 10. Иҫеңдә тот, атай-әсәй, балаларҙы, нисек бар шулай яратабыҙ. 11. "Юҡ" тип әйтергә өйрән. Кешенең елкәгә йәһәт кенә менеп ҡунаҡлай торған ғәжәп холко бар. 12. ЕБӘР! Иҫтәлектәр һәм үкенестәр менән алға атлау ауыр. 13. Һәр кемдең һүҙенә ЫШАНМА. Тел һөйәкһеҙ. Кеше лә төрлө. Берәүҙәр үҙ файҙаһына һөйләй. Үҙ күҙең күргәнгә ышан, ҡолаҡтар ҙа ҡайһы саҡ ялғыш ишетеп ҡуя. 14. УЙЛА. Һөйләр алдынан уйла. Күп һөйләгән кеше арыта һәм тиҙ ялҡыта. Юҡ бар һөйләгәнсе, өндәшмәүең яҡшыраҡ. 15. Кемгәлер асыуың килһә, ашыҡма. 24 сәғәт көт , унан яуап бирерһең. Ул арала тормош та үҙгәреп китеүе мөмкин. Асыу ҙа һүнә. 16. Кешегә һалыныу, кешене үҙ мәнфәғәтеңдә ҡулланыу бик насар ғәҙәт. 17. ИХТИРАМ ит ҮЗЕҢДЕ! Иҫәндәрҙең ҡәҙерен, үлгәндәрҙең ҡәберен бел. 18. Үҙгәртә алмаған хәлдәр өсөн борсолма. Бөтәһе лә беҙҙең ҡулдан килмәй. 19. Тәбиғәкә яҡын бул, беҙ тәбиғәт балаһы. 20. Хыялдарың матур һәм яҡты булһын. Хыялға ирешеү өсөн нимә лә булһа эшләргә кәрәк. 21.Ғүмер һәр кемгә бер генә бирелә. Һәләтеңде, таланттарыңды күрһәтеп ҡал. 22. Яуаплы булырға өйрән. Әйткәнһең икән - эшлә. Эшләгәнһең икән - яуабын тот. 23. Әйткән һүҙҙәреңә, хыялыңа, Тыуған илеңә тоғро бул. 24.Уйлаған эшеңде бөгөн эшлә. Иртәгә ул иртәгә булып ҡала. 25.Һаулыҡ - бик ҙур байлыҡ. Дөрөҫ туҡлан. Спорт менән шөғөллән. Иртә ят, иртә тор. 26. Мөләйем, таҙа бул, матур кейен, үҙеңде әҙәпле тот. Эскән һәм тартҡандың йөҙөндә нур һүнә. 27. ТЫНЫС бул. Әрләшеп йөргән кеше эргәһенән фәрештәләр ҡаса. 28. ТЫЙНАҠ бул. Тыйнаҡ кеше, һөйкөмлө булып күренә. 29. Һәр нимәнең үҙ ваҡыты. Кескәй баланан, йә оло кешенән ауыр эш эшләтеү дөрөҫ түгел. 30. Артыҡ ҡурҡыу зыянлы. Ҡуркаҡ кеше күп нәмәнән мәхрүм ҡала. 31. Күп уҡы. Укҡымышлы кеше теле менән дә, тормошҡа ҡарашы менән дә айырылып тора. 32. Бер касан да БИРЕШМӘ. ҒҮМЕР ике килмәй. Үҙ юлыңдан алға атла ла атла. Артҡа ҡарама. Ситкә тайпылма.