Файҙалы кәңәштәр
2 Января 2024, 06:03

Иҫке кейемде ташларға йәлләйем...Ә һеҙ нисек?

Яңы йыл төнөндә иҫке әйберҙәрҙе ырғытһаң, киләһе йыл яңыһын алырһың, тигән ырымға ышаныу бар.


Аңлайым, әммә үҙемде еңә алмайым. Төрлө илдә Яңы йылды үҙ йолалары менән ҡаршы алалар һәм оҙаталар. Миңә, мәҫәлән, Италияла иҫке йылдың һуңғы минуттарында ярылған һауыт-һаба, иҫке кейем-һалым, хатта йорт йыһаздарын ташлау ғәҙәте оҡшай. 
30 декабрь беҙҙең ғаилә ағзалары ла иҫке кейем-һалым, һауыт-һабаны ташлай, үҙҙәре әйтмешләй, кире энергиянан таҙарына. Ә миңә ташланасаҡ иҫке кейемдәрҙе күрһәтмәй тыҡҡыслауҙары оҡшамай. Мин генә шулаймы, әллә бөтә ҡатын-ҡыҙҙың холҡона һеңгән ғәҙәтме ул – ҡайһы берҙәрен аҙаҡ кейергә, йәки берәй кәрәге тейер әле тип кире шкафҡа элеп ҡуям. 20 йәшлек улымдың беренсе класҡа кейгән мәктәп костюмы, уртансыһының никахына, ҡыҙымдың һуңғы ҡыңғырауға кейгән күлдәге. Хатта үҙемдең беренсе эш хаҡына алған пальто ла мыр күбәләгенән теткеләнеп бөтөүенә ҡарамай, почетлы урында элеүле тора.
Иртәнсәк ташларға тигән 4-5 тоҡто ҡапҡа алдына урынлаштырғастар, йортта һәр кем үҙ эшенә сума. Минең генә күңел тыныслыҡ тапмай, тоҡтарҙа миңә күрһәтмәй кәрәге тейерҙәй әйберҙе ташлаһалар?! Ҡыҫҡаһы, бөтәһе лә йоҡлап бөткәс, мин шымсылай, теге тоҡтарҙы кире бушатып, тикшерәм һәм ҡап яртыһын кире бушатып, шкафҡа кире тәҫләп һалам. Нисә йылдар ҡаныма һеңгән ғәҙәт хәҙер йолаға әүерелде һымаҡ. Ошо кейемдәрҙең кәрәкмәйәсәген дә беләм, аңлайым, ә ғәҙәттән арына алмайым.
Һеҙ иҫке кейемде ни эшләтәһегеҙ? Йәлләмәйсә ташлайһығыҙмы, әллә ... минең һымаҡ һаҡлайһығыҙмы? 

Иҫке кейемде ташларға йәлләйем...Ә һеҙ нисек?
Иҫке кейемде ташларға йәлләйем...Ә һеҙ нисек?
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас