Көнгәк
+20 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
5 Января 2024, 02:00

Яңы йылда... Яңыса йәшәй башлағыҙ!

Башығыҙҙан кәрәкмәгән әйберҙәрҙе алып ташлағыҙ. Насар ҡылыҡтар, ваҡытығыҙҙы бушҡа уҙғарыу, стресс, теләһә ниндәй уйланмаған әйберҙәр һәм проб­лемалар.

Яңы йылда... Яңыса йәшәй башлағыҙ!Яңы йылда... Яңыса йәшәй башлағыҙ!
Яңы йылда... Яңыса йәшәй башлағыҙ!

Башығыҙҙан кәрәкмәгән әйберҙәрҙе алып ташлағыҙ. Насар ҡылыҡтар, ваҡытығыҙҙы бушҡа уҙғарыу, стресс, теләһә ниндәй уйланмаған әйберҙәр һәм проб­лемалар. Алығыҙ ҙа, улар тураһында онотоғоҙ.
Үҙ өҫтөгөҙҙә эшләгеҙ. Бизнес йәки һеҙ ҡыҙыҡһынған өлкә тураһында китаптар уҡығыҙ. Төрлө күргәҙмәләрҙе, булмаған урындарҙы барып күрегеҙ. Сәйәхәт итегеҙ.
Рухи яҡтан үҫешегеҙ. Дин булһынмы, медитациямы, йога йәки эзотерика - нимә менән булһа ла. Һин кешеләрҙе тоя белергә тейеш, ә уның өсөн үҙеңдең рухи донъяңды аңларға кәрәк.
Бизнесмендар кеше психологияһын психологтарға ҡарағанда ла һәйбәтерәк беләләр. Был һыҙатты йылдар буйы үҫтерергә кәрәк.
Аҡсаны хөрмәт итегеҙ. Аҡса ярата башлаһағыҙ, ул һеҙҙе лә ярата башлар. Иғтибар иткәнегеҙ бармы — ярлылар аҡса юҡлығына зарланалар һәм аҡса тураһында һүҙ ҡуҙғатырға тырышмайҙар. Бай кешеләр, киреһенсә, аҡса телендә һөйләшәләр, сөнки ул уларҙа күп һәм уны арттыра беләләр.
Хыялланығыҙ. Маҡсатығыҙҙы нисек атҡарып сыҡҡанығыҙҙы күҙ алдына килтерегеҙ. Ошо маҡсатығыҙҙы этаптарға бүлеп күҙ алдына килтерегеҙ. Был тойғолар һеҙгә өмөт бирер.

Яңы йылда... Яңыса йәшәй башлағыҙ!
Яңы йылда... Яңыса йәшәй башлағыҙ!
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас