Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
14 Ғинуар 2024, 08:00

"ҠАРА ПРИНЦ" торты

Рецебы ябай:

"ҠАРА ПРИНЦ" торты"ҠАРА ПРИНЦ" торты
"ҠАРА ПРИНЦ" торты

Бисквит өсөн:
2 стакан кефир
2 стакан шәкәр ҡомо
2 стакан он
1 сәй ҡалағы сода
3 йомортҡа 
2 аш ҡалағы какао
Йомортҡаға шәкәр ҡомо ҡушып миксер менән туғырға. Онға сода, какаоны ҡушып иләргә. Туғылған йоморткаға кефир ҡушып болғап, онло ҡатнашманы өҫтәп, болғатыуҙы дауам итергә. Таба төбөнә пергамент ҡағыҙы йәйеп ҡамырҙы һалырға ла, 180°-та бешерергә. Бешкәнен белеү өсөн уртаһына шырпының осо менән төртөп ҡарағыҙ, ул ҡоро булһа, тимәк, бисквит әҙер.
Кремға ҡуйы магазин ҡаймағы менән шәкәр ҡомон бутап, шәкәре иреп бөткәс, һөртөргә кәрәк. Торттың өҫтөн төрлөсә биҙәргә мөмкин. Сәйегеҙ тәмле булһын! 

Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас