Ауыҙы ҡыйыш булһа ла , бай балаһы һөйкөмлө.
Бай бай өсөн тырышыр, ярлы ярлыға булышыр.
Бай балаһы байға оҡшар, бәйләнмәгән тайға оҡшар.
Бай балаһы унбишкә етһә - баш, ярлы балаһы утыҙға етһә лә йәш.
Бай менән бай бер туған.
Бай менән даулашма, бүре менән талашма.
Бай менән күрше тороу һыҙлаған тешкә кәнфит ашаған кеүек.
Бай менән тилегә күк – муйындан, диңгеҙ – тубыҡтан.
Бай бирәсәген мал менән, ярлы тир менән түләй.
Бай булғанда барын бирмәҫ, ярлы кеше ҡарап тормаҫ.
Бай булдым тип ҡабарма, ярлы булдым тип бөрөшмә.
Бай бөлгәнсе ун йыл уҙыр, ярлы байығансы аяғын һуҙыр.