Үрге Юлдаш ауылында ла балаларға һырғалаҡ яһағандар. Тракторсы Юрий Бражников , ауылдаштар Азат Ишһарин, Динар Хисаметдинов ҡарҙан тау өйгән. Һыу менән тигеҙләп эшләнгән баҫҡыҫтар буйлап менеүе лә уңайлы. Мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлсирә Ишһарина балалар менән әүҙем ял да ойошторған. “Балаларға бик күңелле, көндәлек мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, ата-әсәйҙәр ҙә сыға. Бындай саралар балаларҙы яҡынайта, берләштерә. Иҫтә ҡалырлыҡ мәлдәр күберәк була, сөнки кеше ғүмере иҫтә ҡалған ваҡиғаларҙан хасил”, - ти ул.