Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
3 Февраль 2024, 13:35

Ғаләмдең үҙ ҡануны

Тормош табыу һәм юғалтыуҙарҙан тора. Шуға ла һәр ситуацияға фәлсәфәүи ҡарарға өйрәнергә кәрәк. Ғаләмдең үҙ ҡануны. Шуға бәйле бер риүәйәт. Бер кисте ярлының  аты көтөүҙән ҡайтмаған. Бай күршеһенә хәл белергә ингән, юғалтыу өсөн янып-көйгән.

Ғаләмдең үҙ ҡануныҒаләмдең үҙ ҡануны
Ғаләмдең үҙ ҡануны

 “Бының өсөн ҡайғырырғамы, шатланырғамы - әйтә алмайым”, - ти икән крәҫтиән.

Икенсе көнө уның айғыры бер көтөү ҡырағай тарпан йылҡы эйәртеп ҡайтҡан. Бай күршеһенә шатлыҡ уртаҡлашырға югергән. “Был осраҡта шатланырғамы, ҡайғырырғамы - әйтә алмайым”, - ти икән крәҫтиән.

Иртәгәһенә ярлының улы ҡырағай атты ауыҙлыҡларға теләп, осоп төшөп аяғын һындырған. Бай күршеһенең хәсрәтен уртаҡлашырға булған. “Артыҡ ҡайғырырға кәрәкме, сөнки бәхет-бәхетһеҙлек шишмәһенең тәрәнлеген бер кем белмәй”, - ти икән ярлы.

Таңын бер взвод һалдат килеп, йәше еткән ир-егеттәрҙе йыйып һуғышҡа алып киткән. Аяғы һынғанлыҡтан, крәҫтиәндең улын әрме хеҙмәтенә алмағандар.

Шуға ла үҙ тормошоғоҙ менән риза булып, үҙегеҙҙе артыҡ хөкөм итмәй (үҙҙәре менән риза түгел кешеләр  бәхетһеҙ тоя) күңелегеҙ менән гармонияла йәшәүгә ни етә.

Ғаләмдең үҙ ҡануны
Ғаләмдең үҙ ҡануны
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас