Ярты литр һөткә 300 г тирәһе манный ярмаһы һалып бутарға ла өс сәғәткә йылы урынға ултыртып торорға. Ярты стакан йылымыс һыуға бер балғалаҡ тоҙ, ҡоро әсетке, ике ҡалаҡ шәкәр һалып бутарға. Ул ҡабарып сыҡҡас, ҡамырға ҡушып туҡырға.
Бер сәғәттән ҡамыр ҡабарып сыға. Уға 2-3 йомортҡа, бер балғалаҡ сода һалып яҡшылап бутарға. Бутауҙы туҡтатмайынса ғына ярты стакан ҡайнар һөттө әҙләп кенә ҡамырға ҡойорға. Ун минут ултыртып алғас, ҡоймаҡты бешерә башларға була.