Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
18 Февраль 2024, 02:25

Матурлыҡ өсөн битлектәр

Майлы бит тиреһе өсөн

Матурлыҡ  өсөн битлектәрМатурлыҡ  өсөн битлектәр
Матурлыҡ өсөн битлектәр

* Майлы бит тиреһе өсөн: йомортҡаның ағын туғырға ла ярты балғалаҡ лимон һуты ҡушырға кәрәк. Биткә бер нисә ҡат итеп буяп, 15-20 минут тоторға. Тәүҙә ҡаты сәй менән, аҙаҡ йылымыс һыу менән йыуып алырға.
*Ҡоро бит тиреһе өсөн: 10 г бойҙай онона 2-3 ҡалаҡ һөт ҡушып болғатырға, шунан бер бүҙәнә йомортҡаһы, 30 г бал ҡушырға. Ошо ҡатнашманы биткә һылап, 15-20 минут тотҡандан һуң, йылымыс һыу менән йыуырға.
* Марля киҫәген ҡурай еләге (таҙарта һәм дымландыра), ҡыҙыл ҡарағат (ағарта), әфлисун (витаминдарға бай), йөҙөм (йыйырсыҡтарҙы булдырмай) һуты менән сылатып, 15-20 минутҡа биткә һалып торалар. Йылымыс һыу менән сайҡаталар. Һут урынына еләк-емештең иҙмәһен ҡулланырға ла ярай.

Матурлыҡ  өсөн битлектәр
Матурлыҡ өсөн битлектәр
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас