Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
2 Март 2024, 01:25

Тупһа мөғжизәһе

Көнкүреш йолаларында туп­һаға бәйле ырымдар бик күп.

Көнкүреш йолаларында туп­һаға бәйле ырымдар бик күп. Ул тышҡы донъя менән эске дөньяның сиге булараҡ күҙаллана. Шуға күрә ул бик үҙенсәлекле урын. Ни өсөн беҙ яҙылған доғаларҙы ишек башына эләбеҙ һәм ат дағаһы тупһа аҫтына ҡағыла? Йортҡа ен-шайтан индермәҫ өсөн икән. Даға аҫтағы насар энергиянан, шайтандарҙан һаҡлай тип ышанғандар. Мәҫәлән, Сергач яҡтарында килен тупһаны атлап инеүгә, ишек башына һөлгө элә. Был – әрүахтарҙы ҙурлау, уларҙы һанлау, ҡабул итеү йолаһы.
Әйтәйек, бала үҫмәһә, уны ен алмаштырған тип уйлагандар. Ундай сабыйҙы тупһаға һалып, «үҙеңдекен ал, минекен ҡайтар» тип, һеперткенең арт яғы менән һуҡҡалагандар. Сөнки тупһа ар­ҡыры ен йөрөй тип ышанғандар. Тупһаға ултырырға ярамай тигәне лә әрүахтарға бәйле. Уны атлап сығаһы. Тупһаға баҫып рухтарын кәмһетергә ярамай икән.

Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас