Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
13 Март 2024, 06:29

Марттың икенсе яртыһы ниндәй буласаҡ? Тәҙрә аша ҡарағанда ғына яҙ һымаҡ

Яҙ ул - тормош. Уны туҡтатып булалыр шул...

Синоптиктар фаразлауынса, ҡыш бирешергә уйламай әле. Мартта көн бик яйлап, ялындырып ҡына йылытырға булды ахырыһы. Фаразлауҙар буйынса, 20 марттан һуң көндөҙ +1,+3 градусҡа тиклем йылытасаҡ.  Ҡар ҙа яуасаҡ. Ҡояшлы көндәрҙең дә күберәк була барыуын күҙаллайҙар.

Ә беҙ яратҡан бурандар?  Улар айҙың  өсөнсө декадаһында буласаҡ.

Бер һыуытып, бер иретеп торғанлыҡтан, боҙлауыҡҡа әҙер булығыҙ.

Ҡар-буран ғына яҙҙы туҡтата алалыр шул, ана бит, ҡошсоҡтар нисек һайрай, оя ҡора? Яҙҙы туҡтатып булмай, сабыр итһәк, көндәр йылытыр, Аллаһы бойорһа.

 

Марттың икенсе яртыһы ниндәй буласаҡ? Тәҙрә аша ҡарағанда ғына яҙ һымаҡ
Марттың икенсе яртыһы ниндәй буласаҡ? Тәҙрә аша ҡарағанда ғына яҙ һымаҡ
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас