Көнгәк
+14 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
13 Марта 2024, 09:10

Тиҙ һәм еңел генә итеп ифтарға кәбеҫтәнән бәлеш бешереп алайыҡ

Ҡамыр өсөн 150 грамм кефир, 150 грамм иретелгән май. 150 грамм ҡаймаҡ өҫтөнә ике йомортҡаны һытырға, бер балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс (разрыхлитель) өҫтәргә, 220 грамм он һалып баҫырға.

Добавить в предпочтительные источники Google
Тиҙ һәм еңел генә итеп ифтарға кәбеҫтәнән бәлеш бешереп алайыҡТиҙ һәм еңел генә итеп ифтарға кәбеҫтәнән бәлеш бешереп алайыҡ
Тиҙ һәм еңел генә итеп ифтарға кәбеҫтәнән бәлеш бешереп алайыҡ

Эслеккә 300-400 грамм туралған кәбеҫтәне быҡтырып алабыҙ, кәрәгенсә тоҙ, тәмләткестәр, укроп, бешкән ике йомортҡа турап һалабыҙ. Ҡамыр өсөн 150 грамм кефир, 150 грамм иретелгән май. 150 грамм ҡаймаҡ өҫтөнә ике йомортҡаны һытырға, бер балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс (разрыхлитель) өҫтәргә, 220 грамм он һалып баҫырға. Ҡамыр шыйыҡ ҡаймаҡ консистенцияһында  килеп сыға. Табаға шыйыҡ ҡамырҙы һалабыҙ, өҫтөнә эслекте тигеҙләйбеҙ, шыйыҡ ҡамыр менән өҫтөн япҡас, 200 градуслы мейескә ултыртабыҙ. Бер сәғәттән телде йоторлоҡ бәлеш әҙер була. Сәйегеҙ тәмле булһын!  

Тиҙ һәм еңел генә итеп ифтарға кәбеҫтәнән бәлеш бешереп алайыҡ
Тиҙ һәм еңел генә итеп ифтарға кәбеҫтәнән бәлеш бешереп алайыҡ
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас