Кискеһен 1/3 cтaкaн етен орлоғона 1 литр һыу ҡойоп, ҡайнатырға һәм 2 сәғәт һыу парында тоторға. Һыуынған массаны иртән иләк аша һарҡытырға кәрәк. Яҡынса 850 мл әсе шыйыҡса барлыҡҡа килә.
Уны 5 көн дауамында иртән ас ҡарынға 1/3 cтaкaн һәм кисен ашар алдынан эсергә.
Кеҫәлгә әйләнгән массаны 15 көн ҡулланырға кәрәк. Өс айҙан курсты тағы ҡабатларға.
Ҡан тамырҙарына һәр кем үҙе ярҙам итә ала. Бының өсөн түҙемлек һәм сыҙамлыҡ талап ителә. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәҫ - һеҙ үҙегеҙҙе яҡшы тойорһоғоҙ һәм аяҡ-ҡулығыҙ ойомаҫ.
Иҫкәрмә: етендең зыяны юҡ кеүек тойолһа ла, уны ла ҡулланырға ярамаған осраҡтар барлығын хәтерҙән сығармағыҙ. Етенде оҙайлы, бигерәк тә самаһын белмәй ҡулланып, ағыуланыуығыҙ ихтимал. Холециститҡа (үт ҡыуығының шешеүе) бәйле ауыртыныуҙар көсәйгән осорҙа етен менән дауаланырға ярамай. Шулай уҡ эсәк эшмәкәрлеге боҙолғанда (туҡтауһыҙ эс китеү булғанда), кератит (күҙҙең мөгөҙсә ҡатламының шешеүе) булғанда уны ҡулланыу тыйыла.