Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
23 Март 2024, 01:30

Баш мейеһе тамырҙарына ярҙамға

Баш мейеһен һәр ваҡыт туҡландырып торорға кәрәк.

Баш мейеһе тамырҙарына ярҙамғаБаш мейеһе тамырҙарына ярҙамға
Баш мейеһе тамырҙарына ярҙамға

* 1 стакан һуған һуты һәм 1 стакан бал алырға һәм бергә ҡушып бутарға. Ошо ҡатнашманы көнөнә өс тап­ҡыр ашарҙан алда 2-шәр балғалаҡ эсергә. Дауаланыу курсы - өс ай.
* 10 г дегәнәк тамырын термосҡа һалып, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойорға һәм таң атҡансы тоторға. Көн һайын иртән ошо төнәтмәне һөҙөп, биш йә алты ҡалаҡ эсергә. Дауаланыу курсы - 1,5-2 ай. Һуңынан ике аҙна ял итеп алырға һәм йәнә ҡабатларға. Был дауалау сараһы эше буйынса гел ултырырға мәжбүр булған һәм, ғөмүмән, аҙ хәрәкәт иткән кешеләр өсөн дә файҙалы.
* Күберәк гранат һуты эсер­гә тырышығыҙ, ул бик яҡ­шы ярҙам итә. Шулай уҡ балан, миләш, ашарға кәрәк, алма, кишер һуттары ла файҙалы һәм дөрөҫ туҡланырға онотмағыҙ.
Табип менән кәңәшләшеү мөһим.

Баш мейеһе тамырҙарына ярҙамға
Баш мейеһе тамырҙарына ярҙамға
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас